II «Тамға» халыҡ-ара милли кейем конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы

Октябрҙә II «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башлай. Конкурста ҡатнашыуға 16 йәштән өлкән оҫталар, костюмдар буйынса рәссамдар, дизайнерҙар, профилле юғары уҡыу йорттары студенттары саҡырыла. Бәйге киләһе номинацияларҙа үтәсәк:

• «Башҡорт халыҡ кейеме - реконструкция»

• «Заманса автор костюмы»

• «Балалар кейеме»

• «Башҡорт милли биҙәүестәре»

• «Башҡорт традицион костюм аксессуарҙары»

Конкурс быйыл икенсе тапҡыр һәләтле оҫталарҙы (оҫтабикәләрҙе) асыҡлау һәм уларға башҡорт милли кейемен булдырыуҙа ярҙам итеү һәм мәҙәниәт йүнәлешендә башҡа яңы ижади эштәрҙе күрһәтеү маҡсатында уҙғарыла. Конкурс тәүге тапҡыр 2020 йылда ойошторолды. Биш номинацияла барыһы 1439 эш ҡабул ителде.

«Быйыл конкурсты өс этапта уҙғарырға ниәтләйбеҙ - ул ғаризалар ҡабул итеү, һайлап алыу туры һәм жюри ағзалары алдында Өфөлә конкурс эштәрен яҡлау. Йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү 2021 йылдың ноябрендә була. Шулай уҡ конкурс программаһы костюмдарын күрһәтеү ҙә ҡаралған», – билдәләп үтте проект ойоштороусылары.

Конкурс сиктәрендә төрлө ижади лабораториялар, конкурс еңеүселәренән һәм лауреаттарынан оҫталыҡ дәрестәре үткәреү планлаштырыла. Йыл дауамында лауреаттарҙың конкурс эштәре күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Тамға» I Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсында «Мәргән уҡсы» ойошмаһы етәксеһе Юлай Ғәлиуллин еңеүсе булды. Конкурста ул «Башҡорт милли костюмы - реконструкция» номинацияһында улус старшинаһы образын тәҡдим итте. Уға төп бүләк - 300 000 һумлыҡ сертификат тапшырылды.   

II «Тамға» халыҡ-ара милли кейем конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы