III «Фолк-тайм» республика фольклор сәнғәте конкурсы тамамланды

Бөгөн Өфөнөң «Беренсе май» мәҙәниәт һәм ял паркында III «Фолк-тайм» республика фольклор сәнғәте конкурсы үтте. Бәйгелә Мәсетле, Ҡыйғы, Дыуан, Туймазы, Миәкә, Иглин райондары һәм Өфө ҡалаларынан фольклор коллективтары һәм ҡул эштәре оҫталары ҡатнашты.

Тантаналы сарала ҡатнашыусыларҙы Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева сәләмләне. Конкурс «Фольклор-уйын программаһы» һәм «Халыҡ оҫтаһы» номинацияларында үтте. Ҡатнашыусылар үҙҙәренең төбәгендәге традицияларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә һәм технологияһына нигеҙләнгән ижади интерактив сығыштарын тәҡдим итте.

Уларҙың сығыштарын саҡырылған жюри ағзалары баһаланы. «Халыҡ оҫтаһы» номинацияһының жюри составы: Элеонора Саунина – жюри рәйесе, һөнәрселәр союзы идараһы рәйесе, «БР Һөнәрселек палатаһы», Рәсәй Рәссамдар ижади союзы ағзаһы; Татьяна Матюшина – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған еңел һәм текстиль сәнәғәте хеҙмәткәре; Рима Абакова – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличнигы, халыҡ ижады һәм ҡул эштәре оҫтаһы. Ә «Фольклор-уйын программаһы» номинацияһының жюри составы: Рауил Рәхимов – жюри рәйесе, «Узорица» фольклор ансамбле концертмейстеры, инструменталь төркөм етәксеһе, сәнғәт фәндәре докторы, З.Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһының этномузыка кология кафедраһы профессоры; Дмитрий Ноғоманов – Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк-ара фестивалдәре режиссеры; Рәмзин Әбсәләмов – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы ағзаһы, Туймазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы.

Параллель рәүештә төрлө майҙансыҡтарҙа уйындар, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа төрлө күңел асыу программалары уҙҙы. Байрам еңеүселәрҙе бүләкләү менән тамамланды.

«Фольклор-уйын программаһы» номинацияһында еңеүселәр:

I дәрәжә лауреаты – «Аҡтирәк» башҡорт фольклор коллективы (Миәкә районы);

I дәрәжә лауреаты – «Ҡабырсаҡ» башҡорт халыҡ фольклор коллективы (Мәсетле районы);

I дәрәжә лауреаты – «Әйлеләр» фольклор коллективы (Ҡыйғы районы);

II дәрәжә лауреаты – «Байыҡ» фольклор коллективы (Салауат районы);

II дәрәжә лауреаты – «Родник» сыуаш халыҡ фольклор ансамбле (Миәкә районы);

III дәрәжә лауреаты – «Селтәр» башҡорт костюмы студияһы (Өфө ҡалаһы);

III дәрәжә лауреаты – «Иман» фольклор коллективы (Туймазы районы);

«Халыҡ оҫтаһы» номинацияһында еңеүселәр:

I дәрәжә лауреаты– Фәнүзә Аллағолова (Өфө ҡалаһы);

I дәрәжә лауреаты – Ғәбиҙә Вәлиева (Иглин районы);

II дәрәжә лауреаты – Виктор Балдин (Дыуан районы);

II дәрәжә лауреаты – Рәйсә Ҡотлоәхмәтова (Өфө ҡалаһы);

III дәрәжә лауреаты – Гөлназ Байрамова (Ҡыйғы районы);

I дәрәжә дипломы – Гөлшат Вагайцева (Ҡыйғы районы);

I дәрәжә дипломы – Гөлсирә Сәғитова (Ҡыйғы районы);

III дәрәжә дипломы – Ания Галина (Ҡыйғы районы);

III дәрәжә дипломы – Зилә Йомағолова (Ҡыйғы районы);

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл «Фолк-тайм» республика фольклор сәнғәте конкурсы өсөнсө тапҡыр уҙғарылды. Тәүге тапҡыр конкурс 2018 йылда үткәрелде.

Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге.

III «Фолк-тайм» республика фольклор сәнғәте конкурсы тамамланды