«Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы тамамланды

14 декабрҙә Өфөлә «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсына йомғаҡ яһалды. Башҡорт теле көнөнә арналған проект иң яҡшы этно-дизайнерҙар коллекцияһын күрһәтеү менән тамамланды.

Сараны ябыу тантанаһында Башҡортостан Респубуликаһының  мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнашты. Ведомство етәксеһе ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров исеменән сәләмләне һәм ҡатнашыусыларҙы күләмле проекттың тамамланыуы менән ҡотланы.

«Бөгөн беҙ башҡорт халҡының мәҙәни һәм тарихи мираҫының ни тиклем бай булыуына тағы бер тапҡыр инандыҡ. Унда милли кейемдәр айырым урын биләй. Беҙҙең бурыс - традицияларыбыҙҙы һаҡлау һәм уларҙы киләсәк быуынға тапшырыу», - тип билдәләне Әминә Ивний ҡыҙы.

Проект һөҙөмтәләре буйынса «Балалар кейеме» номинацияһында беренсе урынға Зөлфиә Насырова (Өфө ҡалаһы), «Заманса автор костюмы» номинацияһында - Роза Юлдашбаева (Өфө ҡалаһы), «Башҡорт милли биҙәүестәре» номинацияһында - Марат Шахаев (Өфө ҡалаһы), «Башҡорт традицион костюм аксессуарҙары» номинацияһында - Әлфиә Әхтәриева (Өфө ҡалаһы) лайыҡ булды. «Башҡорт халыҡ кейеме - реконструкция» номинацияһында беренсе урынды Артур Батыршин (Өфө ҡалаһы) менән Айгөл Ғәлиуллина (Өфө ҡалаһы) бүлеште.

Бынан тыш, призлы урындар яулаусылар һәм төрлө номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде. «Тамашасылар һөйөүе призы» өсөн онлайн-тауыш биреүҙә 36 финалсының барыһы ла ҡатнашты. Ҡатнашыусылар өсөн бөтәһе 5000-дән ашыу кеше тауыш бирҙе. 610 тауыш йыйып «Балалар кейеме» номинацияһында ҡатнашыусы Зөлфиә Насырова еңде.

Сара сиктәрендә «Тамға-2021» проектында ҡатнашыусыларҙың уникаль эштәре коллекцияһы күрһәтелде, унда балалар кейеме, заманса автор костюмы, башҡорт милли биҙәүестәре, традицион башҡорт кейеме аксессуарҙары, башҡорттарҙың халыҡ кейеме - реконструкция күрһәтелде.

Сарала тамашасылар дизайнер Сәлимә Усманованың һәм былтыр Гран-при яулаусы Юлай Ғәлиуллиндың эштәрен ҡарай алды. Заһир Иҫәнсурин, Ринат Рамаҙанов, Эльбрус Ниғмәтуллин, Zainetdin ир-егеттәрҙең эшлекле костюмдарын күрһәтте.

Программа сиктәрендә Зилиә Бәхтиева башҡарыуында «Мин башҡортса һөйләшәм» клибының презентацияһы уҙҙы.

Шул уҡ көндә 2020 йылғы «Тамға» финалсылары эштәренең күргәҙмәһе уҙҙы.

Роза Юлдашбаева (Өфө ҡалаһы), Гөлдәр Шабиева (Салауат районы) һәм Рөстәм Дәүләтов үҙ эштәрен тәҡдим итте. Шулай уҡ «Башҡорт милли биҙәүестәре» номинацияһы лауреаттары – Ришат Әбсәләмов (Өфө ҡалаһы), Ҡыуат Жамалиев (Ырымбур өлкәһе), Мария Махнёва-Метусова (Өфө ҡалаһы) һәм Марат Шахаев (Өфө ҡалаһы) күргәҙмә ойошторҙо.

Бынан тыш, тамбурлы сигеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, уны проект финалсылары - 2021 йылда Рәйсә ҡотлоәхмәтова һәм Ғәбиҙә Вәлиева үткәрҙе.

Сараны Республика халыҡ ижады үҙәге YouTube каналында һәм Культура.РФ порталында тура эфирҙа ҡарап булды: https://youtu.be/pFLR_0QR5Z8  https://www.culture.ru/live/broadcast/22678/ceremoniya-nagrazhdeniya-konkursa-masterov-bashkirskogo-nacionalnogo-kostyuma

Тәүге тапҡыр проект 2020 йылда уҙғарылды. Сара милли кейемдең үҙенсәлекле ҡиммәттәренә, уның этник үҙенсәлегенә һәм Башҡортостан Республикаһында заманса мода тенденциялары менән берлектә төрлөлөгөнә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы.

«Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы тамамланды