Беҙгә - 85!

Тап 85 йыл элек 1937 йылдың 20 февралендә Башҡортостанда Халыҡ ижады йорто булдырыла. Ваҡыт үтеү менән ул яңы статусҡа эйә булып, «Республика халыҡ ижады үҙәге» тип йөрөтөлә башлай. Ошо йылдар эсендә мәҙәни традициялар барлыҡҡа килде, байтаҡ ижади коллективтар булдырылды, ә учреждение бөтә йәштәге, мәҙәни ваҡиғаларға бай тормош менән йәшәү мөмкинлегенә эйә булған, республика халҡы өсөн төп үҙәккә әйләнде.

Бөгөн мәҙәни-ял итеү учреждениеларында 15 меңдән ашыу клуб ойошмалары, һәүәҫкәр клубтар һәм берекмәләр эшләй, уларҙың 1223 халыҡ һәм өлгөлө коллектив тигән маҡтаулы исемгә эйә. Төбәк кимәлендә берҙән-бер методик үҙәк булараҡ, беҙ муниципалитеттар менән даими бәйләнештә торабыҙ, был дәүләт кимәлендә мәҙәниәт сәйәсәтен алып барырға мөмкинлек бирә.

Беҙҙең учреждение Башҡортостандың бөтә халыҡтарының һәүәҫкәр сәнғәтен үҫтереү үҙәге булып ҡала. Традицион халыҡ мәҙәниәтен өйрәнеү, һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса эштәр алып бара. Ошо йылдар эсендә үҙәк оҙайлы үҫеш юлы үтте һәм бай ижади тәжрибә тупланы. Алда ла беҙҙе яңы офоҡтар һәм яңы ижади үрҙәр көтәсәгенә ышанабыҙ!

Үткәндәрҙе барлап, беҙ киләсәкте булдырабыҙ!

Байрам менән!

Беҙгә - 85!