«Дәрүиш-хан» рок-төркөмө йәнә концерт әҙерләй

Өфөлә йәнә «Дәрүиш-хан» рок төркөмөнөң концерты үтәсәк. Музыканттар 20 апрелдә «MusicHall27» ресторанында үткәрергә планлаштыра.

Үҙенсәлекле дәртле манералы башҡорт рок музыканттары тамашасыларҙы үҙҙәренең ижады менән ҡыуандырасаҡ. Сәхнәлә яратып өлгөргән хиттар ғына түгел, ә яңы йырҙар ҙа яңғыраясаҡ.

«Үтәкән йылдың декабрь айында үткән беҙҙең тәүге концертҡа килә алмаған тыңлаусыларыбыҙҙың һорауы буйынса уҙғарырға хәл иттек. Беҙ ҙә коллектив менән ошо эшкә йәнә күңелебеҙҙе һалырға һәм тамашасылар алдында сығыш яһарға теләйбеҙ. «Дәрүиш-хан»дың дәртле йырҙары артабан да яңғыраһын ине. Унда мөхәббәт, тормош, ғаилә, хыялдар һәм мөһим проблемалар хаҡында һүҙ бара. Тере музыка тыңлаһындар ине тигән теләктәбеҙ. Шуға күрә тыңлаусыларыбыҙҙы, «Дәрүиш-хан»дың ижадын һөйөүселәр менән осрашыу көтәбеҙ. Концертҡа килегеҙ, музыканың тере һулышына сумығыҙ, тыңлағыҙ, бейегеҙ, барыһы менән бергә йырлағыҙ, әйтәйек, яҡшы яҙғы кәйеф булдырайыҡ», - тип һөйләп үтте төркөмдөң директоры Вәғиз Ҡырымсурин.

Концертҡа билетты ҡала кассаларында йәки махсус сайттарҙа 500 - 2000 һум сиктәрендә һатып алырға мөмкин:

https://ufakoncert.ru/event/solnyj-koncert-dervish-han-2/

https://ufa.kassir.ru/koncert/dervish-han#1042449

Концерт киске сәғәт 20:00 башлана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы состав менән «Дәрүиш-хан» рок төркөмөнөң тәүге концерты Өфөлә 2021 йылдың 4 декабрендә Тинькофф Холда Колизео залында уҙҙы. Төркөм башҡорт рок музыкаһы ветераны Альберт Ғәббәсов етәкселегендә яңыртылған составта тамашасылар алдына сығыш яһаны. Төркөмдөң яңы солистары - Ринат Зарипов һәм Ян Лира. Етәксеһе - гитарасы, композитор Альберт Ғәббәсов, бас-гитарасы - Альберт Ниғмәтуллин, гитара - Надир Юлбарыҫов, һуҡма инстурментта - Артур Ғүмәров, клавишала - Ирек Абдуллин.

Бәйләнеш өсөн телефон +7 927 336-13-13 Вәғиз Ҡырымсурин.

 «Дәрүиш-хан» рок-төркөмө йәнә концерт әҙерләй