Өфөлә «Тамға» башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы лауреаттарының күргәҙмәһе асылды

Бөгөн, 15 апрелдә, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы һәм Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнө саралары барышында «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының иң яҡшы эштәре күргәҙмәһен асыу тантанаһы үтте. Күргәҙмә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында 2022 йылдың 29 апреленә тиклем эшләй.

Экспозицияла Өфө, Мәскәү, Сибай ҡалаларынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Башҡортостан Республикаһының Архангел, Балаҡатай, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Мәсетле, Туймазы, Учалы райондарынан финалсыларҙың, оҫталарҙың, костюмдар буйынса рәссамдарҙың һәм дизайнерҙарҙың эштәре күрһәтелә.

Күргәҙмәне Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков асты. «Тамға» конкурсы тәүге тапҡыр 2020 йылда ойошторолдо, тип билдәләне ул.

Республика Башлығы хакимиәте исеменән күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев сәләмләне.

-Бер нисә йыл элек Радий Хәбировтың тап тарихи башҡорт милли кейемен тергеҙеү кәрәклегенә иғтибар итеүе бик ҡыуаныслы. Етәкселәрҙең  кейеме лә уның иғтибарынан ситтә ҡалманы, хәҙер беҙ уны рәхәтләнеп кейеп йөрөйбөҙ, — тине ул, милли стилдәге костюмына күрһәтеп. — Республикабыҙҙа икенсе тапҡыр «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы уҙҙы, ҡатнашыусыларҙың иң яҡшы эштәрен бөгөн Милли музейҙа күрергә мөмкин. Башҡорт халыҡ кейеме, заманса авторлыҡ костюмы, балалар кейеме, башҡорт милли ювелир биҙәүестәре һәм аксессуарҙар».

Күргәҙмә ҡунаҡтары араһында «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова ла бар ине. Ул барыһын да: «Хәйерле көн, дуҫтар!» тип, башҡортса сәләмләне һәм башҡорттарҙың төп милли кейемен һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индергән «Тамға» конкурсында ҡатнашҡандарға рәхмәт белдерҙе.

-Бөгөн бында килеүемә бик шатмын, конкурста ҡатнашҡандарға, милли кейемдәрҙе һаҡлау һәм тергеҙеү менән шөғөлләнгәндәрҙең бөтәһенә лә рәхмәт әйткем килә, сөнки был — беҙҙең тарихыбыҙ. Һәр кем үҙ тарихын, милли кейемдәренән башлап ғөрөф-ғәҙәттәренә тиклем белергә тейеш. Беҙҙең бөйөк, ҙур илебеҙ бәләкәй һәм ҙур халыҡтарҙан тора. Шуға күрә беҙгә халҡыбыҙҙың тарихын онотмаҫҡа һәм һаҡларға кәрәк, һәр кем үҙенең биләмәһендә, илебеҙҙең бөйөклөгө шунда. Рәхмәт, байрам менән!, — тине Каринэ Хәбирова.

Проектты финанслау «Башҡортостан Республикаһында Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм халыҡтарҙы этномәҙәни үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Өфөлә «Тамға» башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы лауреаттарының күргәҙмәһе асылды