«Мәҙәниәт» милли проекты буйынса алынған Нуриман районы автоклубы алыҫ ауылдарға барыуын дауам итә

Нуриман районының Үҙәкләштерелгән клуб системаһы автоклубы "Мөғжизәләр тамамланмай!"  концерты менән Урман и Сураш ауылына барҙы. Ижад коллективының концерт программаһы төрлө-төрлө була. Башҡарыусыларҙың оҫталығы, урындағы халыҡтың дәртле булыуы арҡаһында сара тотош бер байрамға әүерелә.

Ә Уянкүл и Һатлыҡ ауылдары халҡы башҡа концерт программаһын ҡарай алды. Үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәге артистары тамашасылар өсөн йыр һәм бейеү генә түгел, уйындар ҙа әҙерләгәйне. Һәр кеше уларҙа бик теләп ҡатнашты.

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә 2020 йылдың яҙында республикала тәүгеләрҙән булып беҙ күсмә күп функциялы үҙәк алдыҡ. Ул Нуриман районы өсөн бик мөһим булып сыҡты, сөнки беҙҙең район территорияһында 54 тораҡ пункт бар, ә уларҙың күпселегендә мәҙәниәт йорттары юҡ. Хәҙер иһә алыҫ ауылдарҙа йәшәүселәр үҙешмәкәр сәнғәт артистары ойошторған сараларҙы ҡарай ала»,- ти Нуриман районының Үҙәкләштерелгән клуб системаһы методисы Седа Григорян.

#автоклуб#нуримановскийрайон#нацпроекткультура

 

«Мәҙәниәт» милли проекты буйынса алынған Нуриман районы автоклубы алыҫ ауылдарға барыуын дауам итә