19-20 апрелдә Ауырғазы районының Талбазы ауылында «Ҡыңғырауҙар сыңы» республика балалар театрҙары фестивале үтәсәк

19-20 апрелдә Ауырғазы районының Талбазы ауылында «Ҡыңғырауҙар сыңы» республика балалар театрҙары фестивале үтәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл фестивалгә 74 ғариза бирелгән, шуларҙың 14-е фестиваль финалында ҡатнашыу өсөн һайлап алынған.
Финалсылар исемлеге: https://rcntrb.com/ru/news/7901-opredeleny-finalisty-respublikanskogo-festivalya-detskikh-teatrov-y-yrau-ar-sy-y-perezvon-kolokolchikov.
Сара сиктәрендә театр коллективтары етәкселәре өсөн заманса драматургия, тексты режиссерлыҡ анализы буйынса семинар-практикумдар, шулай уҡ йәш актерҙар өсөн оҫталыҡ дәресе үткәреләсәк. Балалар театрҙарының жюри баһалаясаҡ, уның составына ингәндә: З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры., Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Земфира Хөсәйенова; Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы муниципаль район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге башлығы Булат Баһауетдинов; ҡуйыусы режиссер, Салауат дәүләт башҡорт драма театрының баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина; театр белгесе, Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр сәнғәте буйынса әйҙәүсе белгесе Эльвира Дәүләтбирҙина.

 

Фестивалдең махсус ҡунағы- Ейәнсура районының «Аҫыл таш» өлгөлө балалар театры етәксеһе Радмир Дәүләтбәков, ул «Сокор» моноспектакле менән сығыш яһаясаҡ. Спектаклде ҡарағандан һуң пьеса авторы, драматург Мөнир Ҡунафин менән фекер алышыу планлаштырыла. Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Ауырғазы районы муниципаль район хакимиәте.

19-20 апрелдә Ауырғазы районының Талбазы ауылында «Ҡыңғырауҙар сыңы» республика балалар театрҙары фестивале үтәсәк