Әлшәй районында «Быуаттарҙы бәйләүсе еп» башҡорт балаҫы республика фестиваль-конкурсы үтәсәк

Әлшәй районында «Быуаттарҙы бәйләүсе еп» башҡорт балаҫы республика фестиваль-конкурсы үтәсәк. 14 апрелдә Әлшәй районында «Быуаттарҙы бәйләүсе еп» республика башҡорт балаҫы фестиваль-конкурсы үтә. Башҡортостан Республикаһының биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлкәһендә халыҡ традицияларын тергеҙеүгә һәм һаҡлауға йүнәлтелгән сара быйыл алтынсы тапҡыр үткәрелә. Фестивалдә оҫталар һуңғы биш йылда ижад ителгән эштәрен күрһәтәсәк.

 

Фестивалдә Ғафури, Йылайыр, Ейәнсура, Мәсетле, Дәүләкән, Миәкә, Өфө, Архангел, Ишембай райондарынан һәм Салауат, Бөрө ҡалаларынан рәссамдар һәм оҫталар, студиялар, клубтар һәм художество коллективтары, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары һәм уҡытыусылары ҡатнаша.

 

Билдәләп үтәйек, «Быуаттарҙы бәйләүсе еп» башҡорт балаҫы фестиваль-конкурсы ике этапта үтә. Беренсе этап - һайлап алыу - Башҡортостан Республикаһының ҡала округтарында һәм муниципаль райондарында 2023 йылдың ғинуар-апрель айҙарында үткәрелде. Икенсе этап күргәҙмә-конкурс формаһында Әлшәй районының социаль-мәҙәни үҙәгендә уҙа. Адресы: Раевка ауылы, Совет майҙаны, 3. Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана.

 

Фестиваль-конкурсты ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Әлшәй районы хакимиәте.

Әлшәй районында «Быуаттарҙы бәйләүсе еп» башҡорт балаҫы республика фестиваль-конкурсы үтәсәк