«Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының матди булмаған этнокультура мираҫына арналған фәнни-популяр китап баҫмаһының презентацияһы үтте. Унда ғалимдар, ошо китапты сығарыуға ҙур көс һалған белгестәр, фольклор коллективтары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, журналистар, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.
Һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар яңы донъя күргән китаптың халҡыбыҙҙың мәҙәни байлығын һаҡлауҙа һәм быуындан-быуынға тапшырыуҙағы әһәмиәтен бик юғары баһаланы. Сөнки китапта республикабыҙҙа йәшәүсе халыҡтарҙың, мәҙәни мираҫы, милли йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, уйындары, һөнәрҙәре, кәсептәре хаҡында бай материал табырға мөмкин.
«Был китап Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан баҫмаға әҙерләнде һәм нәшер ителде. Әммә был китаптың төп авторы халыҡ тип әйтергә мөмкин. Дөрөҫөрәге, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәүсе халыҡтар. Улар халыҡтың тере хәтере, баһалап бөткөһөҙ белем таратыусылар булып тора. Был баҫма – ҙур коллектив хеҙмәт емеше. Унда республикабыҙ халыҡтарының иң сағыу, иң ҡыҙыҡлы матди булмаған этномәҙәни ҡаҙаныштары тупланған. Рсепублика халыҡ мжады үҙәге тарафынан матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлап алып ҡалыу буйынса эш күптән алып барыла”, - тип билдәләне үҙенең сәләмләү һүҙендә Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Салауат Кирәйев.
Китаптың тәүге данаһын Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы директоры Айгөл Әминеваға тапшырылыды. Артабан Башҡортостан Республикаһының бөтә үҙәкләштерелгән китапхана системалары ла бушлай берәр дана аласаҡ.
Презентацияла матди булмаған этнокультура мираҫы объекттары ла айырым иғтибар менән күрһәтелде. Саҡырылған ҡунаҡтар, оҫталар, тамашасыларҙы йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр менән таныштырҙы.
Ғафури районынан милли ҡоралдар эшләү оҫтаһы Илһам Байбу́лдин, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаттар Мирас Үҙәнбаев һәм Данир Мәсәлимов «Алпамыша» эпосынан өҙөк башҡарҙы.
Балаҡатай районынан «Берестиночка» рус фольклор ансамбле ҡунаҡтарҙы үҙенең халыҡ йырҙары менән ҡыуандырҙы, Ҡалтасы районынан «Марий кумыл» ансамбле ағзалары «Ший кандра» («Сылбыр») мари бейеүен күрһәтте. Миәкә районынан Виталий Захаров «шубыр» сыуаш ҡоралында уйнау һәм эшләү серҙәре менән уртаҡлашты.
Бынан тыш, сара ҡунаҡтары баҫмала күрһәтелгән уникаль объекттарға арналған фотокүргәҙмә менән таныша алды.