«Әйҙә, уйнайыҡ!» фестиваленең  тауар билдәһе теркәлде

Бөгөн «Әйҙә, уйнайыҡ!»  II Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивалдең асылыу тантанаһында РФ Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилия Ғүмәрова Радий Хәбировҡа фестивалдең тауар билдәһен теркәү тураһында таныҡлыҡ тапшырҙы.

 

Был аҙым милли мотивтар һәм башҡорт үҙенсәлеге нигеҙендә эшләнгән сараның визуал стилен һәм фирма символикаһын нығытырға мөмкинлек бирә.

 

«Башҡортостан Республикаһы уйынсыҡтар индустрияһын үҫтереүгә системалы ҡарашлы тәүге төбәктәр иҫәбендә булды. "Әйҙә, уйнайыҡ!" фестивале – балалыҡ өлкәһендә аңлы мәҙәни һәм иҡтисади сәйәсәттең бер өлгөһө» – тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова.

 

Әйтеп китергә кәрәк, тауар билдәһенең хоҡуҡ эйәһе – Башҡортостан Республикаһының дәүләт бюджет мәҙәниәт учреждениеһы Республика халыҡ ижады үҙәге.

«Әйҙә, уйнайыҡ!» фестиваленең тауар билдәһе теркәлде