Йолаларҙы  һаҡлап: Башҡортостанда ашыҡ уйыны буйынса чемпионат үтте

5 июндә Өфөлә ашыҡ  уйыны буйынса II «Алтын ашыҡ» республика чемпионаты үтте. Проекттың маҡсаты - милли спорт төрҙәре аша йәштәрҙең иғтибарын мәҙәни һәм тарихи мираҫҡа йәлеп итеү, сәләмәт йәшәү рәүешен таратыу һәм халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн перспективалы спортсыларҙы асыҡлау.

 

Чемпионат Айда/Әйҙә уйнарға Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивале сиктәрендә үткәрелде. Ҡатнашыусылар өс төр уйындар буйынса ярышты: «Биш ашыҡ», «Ямғыр-ашыҡ» һәм «Ашыҡ атыу». Ярыштарҙа ике йәш төркөмө спортсылары ҡатнашты: 7 йәштән 15 йәшкә тиклем һәм 16 йәштән өлкәндәр. Был яңы уйынсыларҙы ла, тәжрибәле уйынсыларҙы ла берләштерергә мөмкинлек бирҙе.

 

Сараны «Атайсал» мәҙәниәт үҙәге мөдире Рәфис Аҡҡужин асты. Чемпионат икенсе йыл рәттән уҙғарыла һәм милли башҡорт уйынын һаҡлау һәм үҫтереү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, тип билдәләне ул. Шулай уҡ ул матди булмаған мәҙәни мираҫты танытыуҙа һәм таратыуҙа Республика халыҡ ижады үҙәгенең мөһим ролен билдәләп үтте.

 

Ҡатнашыусыларға профессиональ жюри баһа бирҙе, уның составына жюри рәйесе, «Атайсал» мәҙәни үҙәгенең художество етәксеһе, чемпионатты ойоштороусы Зилә Лира, Республика халыҡ ижады үҙәгенең матди булмаған этномәҙәни байлыҡ менән эшләү бүлеге методистары Әлфиә Ибраһимова, Зөбәржәт Утарбаева һәм Розалиә Янузакова инде. Улар ҡатнашыусыларҙың юғары әҙерлек кимәлен һәм ярыштың ғәҙел үткәнен билдәләне.

 

Жюри ҡарары буйынса урындар түбәндәгесә бүленде.

 

7 йәштән 15 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар категорияһында еңеүселәр:

 

- «Биш ашыҡ»  номинацияһында: I урын - Әпсәләмова Динә, II урын-Шәрәфетдинова Дана, III урын - Нәбиуллин Алмир;

 

- «Ашыҡ атыу» номинацияһында: I урын - Үзбәкова Сафия, II урын-Ғәлиәкбәров Ислам, III урын-Юлдашбаева Әҙилә;

 

- «Ямғыр - ашыҡ» номинацияһында: I урын - Ғәлиәкбәров Ислам, II урын - Ғилманов Шамил, III урын-Нәбиуллин Әлмир.

 

16 йәштән өлкәндәр категорияһында еңеүселәр:

 

- «Биш ашыҡ» номинацияһында: I урын-Ибәтуллин Асҡар, II урын-Рамазан Моратшин, III урын-Тимерлан Кәбиров;

 

- «Ашыҡ атыу» номинацияһында: I урын-Йосопова Асия, II урын-Үтәбаева Гүзәл, III урын-Гарфуллина Тәслимә;

 

- «Ямғыр-ашыҡ»  номинацияһында: I урын-Моратшин Рамаҙан, II урын - Мөхәмәтйәнов Ғайсар,III урын - Янбаева Гөлйемеш.

 

Ярыш юғары кимәлдә үтте һәм ҡатнашыусыларҙың, ата-әсәләрҙең һәм тамашасыларҙың ыңғай баһаһын алды. Ойоштороусылар чемпионаттың йолаға әйләнәсәгенә һәм республикала милли спорт төрҙәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәгенә ышаныс белдерҙе.

 

Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы; Республика халыҡ ижады үҙәге.

Йолаларҙы һаҡлап: Башҡортостанда ашыҡ уйыны буйынса чемпионат үтте