Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостан Республикаһының халыҡ ижады  үҙәгенә рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Республикаһының халыҡ ижады  үҙәге коллективы 2025 йылда «Эш һөҙөмтәлелеге» федераль проектының тормошҡа ашырыуҙа ҙур өлөш индергәне өсөн Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

 

«Эффектив һәм көндәшлеккә һәләтле иҡтисад» милли проекты сиктәрендә халыҡ ижады республика үҙәге «Мәҙәни-ял учреждениеларында концерт сараларын уңышлыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк итеү» тип аталған әҙер проектты уңышлы индерҙе. Проект эштәре 2025 йылдың октябрь айынан алып  декабргә  тиклем алып барылды.

 

Республика халыҡ ижады үҙәге филиалы - «Атайсал» мәҙәни үҙәге Башҡортостан Республикаһында проекттың пилот майҙансыҡтарҙың береһе булып сығыш яһаны. Үҙәк белгестәре Мәскәү ҡалаһынан Отраслевой компетенциялар үҙәге етәксеһе Оксана Николаевна Ткаченко етәкселегендә уҡыу үтте.

 

Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостан Республикаһының халыҡ ижады үҙәгенә рәхмәт белдерҙе