Башҡортостан Республикаһы белорустарҙы үҙенең бай мәҙәниәте менән таныштырҙы. Сарала 115 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Көн буйы фестиваль майҙанында Беларусь Республикаһының сәнәғәт һәм мәҙәниәт ҡаҙаныштарын сағылдырған тематик зоналар, күргәҙмәләр, концерт программалары, аэроклуб сығыштары, театрлаштырылған һәм цирк тамашалары эшләне.
Фестивалдең иң йәнле урыны Беларусь һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең «Купальское древо жизни» проекты булды, унда мәҙәни мираҫты, биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарының ижадын, төбәк үҙенсәлектәрен сағылдырған экспозициялар тәҡдим ителде.
Башҡортостан Республикаһы күргәҙмәһе башҡорт этнокультура мираҫының байлығын күрһәтте. Ҡунаҡтар башҡорт халыҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләрен – туҡылған келәмдәрҙе һәм яулыҡтарҙы, кейеҙ әйберҙәрҙе, баш кейемдәрен, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәрен, түшелдеректәрҙе, шулай уҡ бәләкәй ҡурсаҡтарҙы күрҙе.
Фестивалгә килгән ҡунаҡтарҙы башҡорт халыҡ кейеме лә бик ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы, сөнки башҡорт делегацияһы ла ошо милли кейемдә килгәйне. Был башҡорт костюмының ысын элементтарын күреү, биҙәктәрҙең байлығын, тегеү үҙенсәлектәрен һәм биҙәүестәрен баһалау мөмкинлеген бирҙе.
Республика халыҡ ижады, «Урал» этно үҙәгенең, үҙәгенең методисы, башҡорт халыҡ кейеме реконструкторы Хәмдиә Дәүләтова «Купалье» фестиваленең ойошторолоуы һәм масштабы менән таң ҡалдырғанын билдәләне. Ул сараның Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм Беларусь Республикаһынан күп һанлы оҫталарҙы берләштереүе менән үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы булыуын баҫымлап әйтте.
Байрамда Башҡортостан Республикаһының Республика халыҡ ижады үҙәгенән директор Салауат Кирәев, «Урал» этно үҙәге мөдире Ирек Әхмәҙиев һәм методист Хәмдиә Дәүләтованан торған делегация ҡатнашты.