Бөгөн «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһында рәссам Тимофей Алексеевич Ерастовтың 100 йәшлек юбилейына арналған «Тыуған тәбиғәттең матурлығын, байлығын, мин һүрәттәремдә күрһәтәм» исемле күргәҙмә асылды.
Тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов, Башҡортостан Республикаһы халыҡ ижад үҙәгенең генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Салауат Кирәев, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Әхмәҙинуров, Өфө ҡала округының Совет районы хакимиәте башлығы Айҙар Бәҙғетдинов, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт факультеты деканы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Әмир Мәзитов, Иглин районы хакимиәте башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары Ләйсән Фәзлетдинова, «Гидравлика» заводы рәйесе Ирина Мещерякова ҡатнашты.
Айҙар Рафаил улы Тимофей Алексеевичҡа Рәсәй президенты Владимир Путин указы менән Еңеүҙең 80 йыллығына арналған юбилей миҙалын тапшырҙы һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты менән Башҡортостан Республикаһы Башлығының ҡотлау хаттарын уҡыны.
Күргәҙмәгә рәссамды тәбрикләү өсөн «Тан» халыҡ рәссамдары клубы ағзалары, дуҫтары, ижадын һөйөүселәр һәм яҡташтары йыйылды. Юбилярға рәхмәт һүҙҙәре һәм яңы ижади уңыштар теләктәре яңғыраны.
Тимофей Алексеевич Ерастов – үҙешмәкәр рәссам. 1981 йылда нигеҙләнгән В. А. Позднов исемендәге «Тан» һәүәҫкәр рәссамдар клубы уның башланғысында 45 йыл эшләп килә.
Күргәҙмә 14 мартҡа тиклем,: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 56 (Киров урамы яғынан инеү) адресы буйынса дауам итә. Белешмәләр өсөн телефон: 8(347) 272-61-44.