Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбе - Ағинәйҙәр менән берлектә ауылдарҙа мәҙәни һәм дини саралар үткәрелә. - Мәктәп йәшендәге балаларҙы йәлеп иткән Ҡаурый ҡәләм шиғри түңәрәктәре ойошторола; - Һәр ауылда милли биҙәүестәр, түшелдеректәр эшләү һәм милли күлдәктәр тегеү буйыса эштәр алып барыла, халҡыбыҙ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре буйынса саралар үткәрелә. Мәҫәлән Килен төшөрөү, Өмә , Бәпескә исем ҡушыу йолалары сәхнәлә түгел, ә ысын тормошта эшләнәләр. Дини байрамдарҙан Ураҙа байрамы, - Ҡорбан байрамы, Балаларҙың Ҡөръән сүрәләрен уҡыуҙа ярышыуы, Мәүлит байрамдары үткәрелә; - Сәсән ижадтарынан китаптар сығарыу: 5 авторлыҡ китабы, хәҙерге заманда йәшәгән сәсән телле 30 кешенең ижадын берләштергән «Халыҡ ынйылары» - әйтештәр китабы, һәм китап сығарырға сәсән дуҫтарға ярҙам итеү, патриотик йырҙар ижад итеү, таҡмаҡтар , ҡобайырҙар һәм мөнәжәттәр ижад итеп уларҙы сәхнәлә йырлау; - Райондағы элек йәшәгән һәм хәҙерге ваҡытта йәшәгән Сәсәндәр ижады менән, район шағирҙәренең ижады менән таныштырыу; - Башҡортостан Дәүләтенең теле-Башҡорт телен яҡлауҙа һәм һаҡлауҙа ҡатнашыу; - Интернет селтәрҙәрендә сәсәндәр шиғырҙарын таратыу, башҡорт телен һаҡлау буйынса йырҙарға клиптәр һәм телде һаҡлауға йүнәлтелгән открыткалар эшләү, милләтебеҙ файҙаһына үткән сараларҙа ҡатнашыу; - Тыуып үҫкән Ишембай районындағы Иҫәкәйҙәге клуб һәм мәсет менән тығыҙ бәйләнештә эшләү, сараларҙа ҡатнашыу, ауыл, йылға тураһында йырҙар ижад итеү; - Шиғыр яҙыусы балалар араһынан һәләтлеләрҙе эҙләп табыу,сәсәнлек орлоҡтары сәсеү; - Шишмәләр таҙартылып , уларға исемдәр биреп яҙып ҡуйыуҙар саралары башланды.
Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ.
Школа сэсэнов Гафурийского района