Камил Илембәтов “Мин иҫкенең һуңы булһам,
һин яңының башы инең”, тигән ҡаҙаҡ аҡыны Абай Ҡонанбаев. МөхәммәтйәнҠаҙаҡбаев XX быуат башҡорт йыр сәнғәтенең, музыка мәҙәниәтенең аҙағы ла, башы ла. Сөнки ул “Шафиҡ”, “Ирмәк”, “Мәғри”, “Ғәзизәкәй”, “Силәбе”, “Ғәбделвәхит”, “Ынйыу”, “Ҡаһарман кантон”, “Наполеон Бонапарт”, “Муса Мортазин” кеүек классик йыр-көйҙәрҙе һаҡлап ҡалды. Йәнә лә күп кенә мөнәжәт-бәйеттәрҙе лә бөгөнгөгә еткереүсе лә ул. Үрҙә әйтелгән йыр-көйҙәр йәш быуын йырсыларының һәм ҡурайсыларҙың репертуарында ныҡлы урын алды, улар яратып уйналған һәм башҡарылған йыр-көйҙәргә әүерелде. Данлыҡлы ҡурайсы Сәйфулла Дилмөхәмәтовтың “Бөрйәндәр менән бейеү буйынса ярышма, түңгәүерҙәр менән ҡурай буйынса ярышма, үҫәргәндәр менән йыр буйынса ярышма”, тип мәрәкәләп әйткән бер һүҙе була торғайны. Йыраусы сәсән Мөхәммәтйән Ҡаҙаҡбаев ижады был фекерҙе раҫлай. Мөхәммәтйән Ҡаҙаҡбаевтың биографияһы, тормош юлы, ғаилә хәле ХХ быуат башҡорттарының ҡанлы һәм данлы тарихын һыйҙырған һәм уның ғаиләһе (Ишембай районындағы Шәһиевтарҙың ғаиләһе кеүек) башҡорт ғаиләһенең эталоны тиер инем мин. Алты бала үҫтереп, һәр береһенә юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарған улар. Балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре халҡыбыҙға, ватаныбыҙға (ул ватан нисек кенә аталмаһын, Советтар Союзымы, капиталистик Рәсәйме) арымай-талмай хеҙмәт итә. Ҡасандыр данлыҡлы композитор Заһир Исмәғилев мәшһүр йырсы Иншар Солтанбаев башҡарған “Буранбай”ҙы был йырҙы башҡарыуҙың эталоны, тиһә, шул фекерҙе Мөхәммәтйән Ҡаҙаҡбаев башҡарған йырҙар тураһында ла һис икеләнмәй әйтеп була. Ысынлап та, йыраусы сәсән Мөхәммәтйән Ҡаҙаҡбаев башҡарған “Ғәзизәкәй”, “Силәбе”, “Һыр”,“Кәмәлек”, “Әрме”, “Шәүрәкәй” классик башҡарылыштың, боронғоса йырлауҙың эталоны булып тора. Уралҡайым, һинең өҫтәреңдә
Ҡайғы томандарың китмәне.
Илатаһың ирҙәреңде, Урал,
Инде лә һиңә ниҙәр етмәне? Алтын, якут белән уратылған
Мәшһүр Уралымдың да ерҙәре.
Ошолайтып барып бөтөр микән
Һин Уралдың йәп-йәш ирләре? Был юлдар Мөхәммәтйән Ҡаҙаҡбаев башҡарған “Урал” дың утыҙынсы йылдарҙа йырланған һүҙҙәре. Ғөмүмән, йыраусы-сәсәндең халҡыбыҙҙың тарихы, үҙ төбәгендәге боронғо мәҙәниәт хаҡында һөйләгәнен тыңлаһаң, хайран ҡалаһың. Мөхәммәтйән Ҡаҙаҡбаев – энциклопедик ғилем эйәһе. Ул үҙенең телмәрендә теге йәки был мәсьәләгә мөнәсәбәте булған А.Навоиҙың, О. Бисмарктың, Д. Эйзенхауэрҙың, Ф. Ницшеның, Ш. Бабичтың, М. Ғафуриҙың, Ғ. Туҡайҙың, Р. Ғариповтың, Р. Түләковтың фекерҙәрен, шиғри юлдарын килтереп үтһә лә аптырама. Уның сығыштарында һәм репертуарында айырыуса Аҡмулла ижади өлгөләре ныҡлы урын алып тора. Ул бер үк ваҡытта Аҡмулланың күп кенә шиғри әҫәрҙәрен, мөнәжәт-нәсихәттәрен үҙенсәлекле итеп көйгә һалып башҡарыусы ла. Аҡмулла шиғриәтенең философик асылы, поэтик үҙенсәлеге Мөхәммәтйән йырау башҡарыуында өр-яңыса асыла, балҡый. Мәҫәлән мәғрифәтсе шағирҙың: Хоҙайым, ҡөҙрәтеңә ҡорҙом кәңәш,
Күкрәге һәр бәндәнең уйһыҙ, имеш.
Күкрәге һәр бәндәнең алтын һандыҡ,
Эсендә ни ятҡанын әҙәм белмәҫ, тигән шиғри һүҙҙәре Мөхәммәтйән Ҡаҙаҡбаевтың бәйәнендә бөтөнләй башҡаса яңғыраш ала. Үткән быуаттың 80-се йылдарында беҙҙә йәшәүсе немецтар күпләп үҙ ватанына – Германияға ҡайта башланы. Хәйбулла районына сиктәш Ырымбур өлкәһенең Новотроицк тигән ҡасабаһында йәшәүсе бер немец ҡайтып китер алдынан Һаҡмар Наҙарғол ауылына килеп Мөхәммәтйән ағайҙың йырҙарын магнитофон таҫмаһына яҙҙырып алған. “Германияға ҡайтҡас, һинең йырҙарыңды тыңлай алмайым бит атыу”, тип аңлатҡан ул үҙенең был ғәмәлен. Ошонан һуң йыраусы Мөхәммәтйән Ҡаҙаҡбаевтың ижадына ниндәйҙер башҡа төрлө баһа биреү артыҡтыр тим.

има МУСИНА
ЭНЦИКЛОПЕДИК ҒИЛЕМ ЭЙӘҺЕ