Спектаклде «Атайсал» мәҙәни үҙәгенда эшләп килгән ике коллектив - «Табын» халыҡ ижады коллективы һәм «Күңел күҙе» инклюзив халыҡ театрының балалар составы күрһәтте. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылды һәм Ғаилә йылы менән Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылына арналды.
Сараға саҡырылған ҡунаҡтар - Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Әминә Шафиҡова; Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Салауат Кирәев; Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры директоры Рәфис Мөхәмәтйәнов, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры вазифаһын башҡарыусы Илмар Әлмөхәмәтов килде.
«Аҙашҡан уйҙарымда» спектакле балаларҙың тормошон, уларҙың өлкәндәр, тиҫтерҙәре менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрен һәм үҙҙәрен, үҙ тормошон нисек аңлауын күрһәтә. Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығына, Республика халыҡ ижады үҙәге етәкселегенә, «Атайсал» мәҙәниәт үҙәге хеҙмәткәрҙәренә, спектаклдең бөтә ижади составына, артистарға, мәктәп директорҙарына, тамашасыларға рәхмәтемде белдерәм», - тине коллектив етәксеһе һәм режиссеры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Илнур Лоҡманов.
«Күңел күҙе» инклюзив атҡаҙанған халыҡ театрының балалар составы 2023 йыл башында ойошторла һәм инклюзив ижади лаборатория эшмәкәрлеге сиктәрендә эшләп килә. Әлеге ваҡытта коллектив составында 10-17 йәшлек 23 бала шөғөлләнә.