XX Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы сиктәрендә халыҡ ижады үҙәге «Халыҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәте: сығанаҡтарҙан хәҙерге заманға тиклем» темаһына түңәрәк өҫтәл үткәрҙе. Ҡатнашыусылар халыҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең төрлө аспекттарын, уның тарихи тамырҙарын һәм хәҙерге интерпретацияларын тикшерҙе. Сара Рәсәй һәм Ҡаҙағстанда халыҡ сәнғәтен артабан үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән тәжрибә һәм идеялар менән алмашыу майҙансығына әүерелде.
Түңәрәк өҫтәлде халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Салауат Киреев алып барҙы.
«Ике туғандаш халыҡ – башҡорт һәм ҡаҙаҡ араһында мәҙәниәт өлкәһендәге үҙ-ара бәйләнеш күп йылдар дауамында алып барыла: беҙ йыл һайын Ҡаҙағстандан коллегаларҙы традицион мәҙәниәтте һаҡлауға һәм алға ебәреүгә йүнәлтелгән беҙҙең эре һәм мөһим сараларға саҡырабыҙ. Ағымдағы йыл башында халыҡ ижады үҙәге Ҡаҙағстан Республикаһы Аҡтүбә өлкәһенең Халыҡ ижады үҙәге менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы һәм беҙ бындай тәҡдимдәргә асыҡ», – тип билдәләне Салауат Илгиз улы.
Ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Федерацияһында Ҡаҙағстан Республикаһының Сауҙа вәкиллегендә Башҡортостан Республикаһы буйынса вәкиле Айна Өнбәева сәләмләне: «Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе ҡаҙаҡтар исеменән саҡырыуҙары өсөн хөрмәтле ойоштороусыларға ысын күңелдән рәхмәт белдергем килә. Беҙ Ырымбур, Силәбе йәки Томск өлкәләрендәге кеүек күп булмаһаҡ та, төбәк тормошонда әүҙем ҡатнашабыҙ һәм ҡаҙаҡ халыҡының мәҙәниәтен, телен һәм йолаларын һаҡлап, тапшырып килгәнебеҙ өсөн ғорурланабыҙ».
Ырымбур өлкәһенең «Атамекен» ҡаҙаҡ милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Руслан Чукеев традицион кәсептәрҙе һаҡлау һәм таратыуҙы, шулай уҡ уларҙың ҡаҙаҡ халҡының мәҙәни үҙенсәлегендәге роленең мөһимлеген билдәләне. Тарих фәндәре кандидаты һәм Р.Г. Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институтының этнография бүлеге өлкән ғилми хеҙмәткәре Елена Нечвалода биҙәктәрҙең әһәмиәте, уларҙың эшмәкәрлеге, традицион мәҙәниәттең башҡа өлкәләре менән бәйләнеше һәм үҫеш законсалыҡтары тураһында һөйләне.
Башҡортостан Республикаһында халыҡ кәсептәрен һаҡлау һәм үҫтереү тураһында Башҡортостан Республикаһының «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһының мәҙәни мираҫты һаҡлау бүлеге етәксеһе, техник фәндәр кандидаты Айгөл Камалиева һөйләне.
Силәбе өлкәһе ҡаҙаҡ мәҙәни үҙәге «Бирлик» етәксеһе Айгөл Комелькова Силәбе өлкәһендәге ҡаҙаҡтарҙың традицион халыҡ-ҡулланма ижады төрҙәрен, мәҫәлән, «ҡорақ» тегеүҙе һаҡлау һәм үҫтереүҙең мөһимлегенә баҫым яһаны. Айгөл Сатвалды ҡыҙы 27 йыл дауамында Силәбе ҡалаһындағы ҡаҙаҡ үҙәген етәкләй, ҡаҙаҡ диаспораһы менән әүҙем эшләй һәм ҡаҙаҡ халҡының мәҙәниәте һәм йолалары быуындан-быуынға һаҡланып, тапшырылыуына иғтибар итә.
М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының иҫәпкә алыу һәм һаҡлау бүлеге фонды һаҡлаусыһы, «Башҡорт халыҡ ижады» һәм «Декоратив-ҡулланма сәнғәт» коллекцияларының яуаплы һаҡлаусыһы (Өфө ҡалаһы) Эльвира Мамлеева, кейеҙ баҫыу һәм келәм туҡыуҙың, күсмә халыҡтарҙың тормош рәүешен һәм донъяға ҡарашын сағылдырған мөһим мәҙәни символдар булыуын билдәләне.
Үҙ сығышында модельер-тегеүсе, Евразия дизайнерҙар союзы ағзаһы, Ахмет Байтурсынов исемендәге Костанай төбәк университетының (Костанай ҡалаһы, Ҡаҙағстан Республикаһы) 4-се курс талибы Тимур Руш, халыҡ йолаларының заманса кейем дизайнына нисек интеграцияланыуы тураһында үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Төрки халыҡтарҙы дөйөм биҙәктәр генә түгел, кәсептәр, музыкаль мираҫ, халыҡ музыка ҡоралдары, ҡулланма ижад берләштереп тора. Башҡорт мәҙәниәтендә ҡурай, ҡыл-ҡубыҙ, ҡубыҙ һәм домбыра кеүек ҡоралдарҙың әһәмиәте тураһында халыҡ ҡоралдары яһаусы оҫта, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «Рәсәй күңеле» премияһы лауреаты, башҡорт эпостарын башҡарыусы Илһам Байбу́лдин һөйләне.
Халыҡ ижады үҙәгенең баш методисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Мәргән уҡсы» һыбай барған килеш атыу һәм традицион уҡ атыуҙы үҫтереү буйынса коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма директоры Юлай Ғәлиуллин, уҡ-һаҙаҡ комплексын эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты, традицион ысулдар һәм материалдар тураһында ентекләп һөйләне.
2022 йылда Башҡортостан «Рәсәй сигеүле картаһы» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты. 2023 йылда Башҡортостан Республикаһының сигеүле картаһы Чувашия Республикаһының Чебоксары ҡалаһында үткән "Сигеүле Рәсәй" Бөтә Рәсәй фестивалендә күрһәтелде. Быйыл Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан "Сигеүле Башҡортостан" Республика фестивале үткәрелде, уның сиктәрендә райондар һәм ҡала округтары үҙҙәренең карталарын сигеү менән шөғөлләнде. Республика халыҡ ижады үҙәгенең төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек бүлеге мөдире Зарина Хәсәнова сигеүле карталарҙы булдырыу буйынса проекттар хаҡында һөйләне.
Майҙан ике халыҡтың биҙәү-ҡулланма сәнғәт традицияларын өйрәнеү, һаҡлау һәм таратыу менән шөғөлләнгән Башҡортостан Республикаһы һәм Ҡаҙағстан Республикаһы ғалимдарын, белгестәрен, оҫта һөнәрселәрҙе, шулай уҡ Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарында белем алған Ҡаҙағстан Республикаһы студенттарын берләштерҙе.
Түңәрәк өҫтәл мәҙәни-ара бәйләнеш, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу һәм ҡатнашыусы илдәрҙең традицион мәҙәниәт ҡиммәттәрен һаҡлау буйынса дөйөм эш стратегияһын эшләү өсөн перспективалы майҙанға әүерелде. Түңәрәк өҫтәлдән һуң резолюция ҡабул ителде.
Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге.