Бөгөн Республика халыҡ ижады үҙәге мәҙәниәт йортонда башҡорт костюмдары буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Был сарала «Селтәр» студияһы ағзалары сығыш яһаны.
Оҫталыҡ дәрестәре барышында ҡатнашыусыларҙы башҡорт милли кейемдәрен тергеҙеүсе оҫталар менән таныштырып, милли кейем тегеү тәжрибәлере менән уртаҡлашты. Һәр ҡатнашыусы кейемдәре лә башҡорт орнаменттары, милли нағыштар, ҡайыу-сигеүҙәр, ҡиммәтле биҙәүестәр, тәбиғи таштар, тәңкәләр һәм мәрйен-сәйләндәр менән зауыҡланған. Шулай уҡ ҙур булмаған күргәҙмә лә ойошторолдо.