Бөгөн Балаҡатай районында "Ҡатай һылыуы" бәйгеһендә еңеүселәрҙе билдәләп үттеләр. Гран-при Гөлдәр Зариповала. 1 урынды Межгорье ҡалаһынан Лилияна Сәхәүетдинова, 2 урынды Балаҡатай ҡыҙы Азалия Хөснөтдинова яуланы. 3 урынды өс ҡыҙ үҙ-ара бүлеште: Нурания Хөсәйенова (Белорет районы), Лена Мөхәмәтова (Ҡыйғы район) һәм Диләрә Хәсәнова (Балаҡатай районы).
Унан тыш, «Зауыҡлы һылыуҡай» номинацияһында еңеүсе итеп Алһыу Муллағәләмова (Межгорье ҡалаһы) билдәләнде, «Моңло һылыуҡай» - Наргөл Килдейәрова (Белорет районы), «Мөләйем һылыуҡай» - Фирүзә Ғибәҙәтова (Белорет районы), «Мөләйем һылыуҡай» - Русалина Шаймөхәмәтова (Белорет районы), «Мөләйем һылыуҡай» - Ләйсән Сагирова (Ҡыйғы районы), «Алсаҡ һылыуҡай» - Ләйсән Исмәғилева (Балаҡатай районы), «Серле һылыуҡай» - Эмилия Мирғәлина (Белорет районы), «Сәсән телле һылыуҡай» - Алһыу Әхмәтова (Белорет район), «Сәсән телле һылыуҡай» - Гөлбинә Мөхәмәтғалина (Белорет районы), «Рухлы һылыуҡай» - Валерия Кинйәбаева (Верхний Уфалей ҡалаһы), «Йырсы һылыуҡай» - Нәркәс Хөсәйенова (Белорет районы), «Алсаҡ һылыуҡай» - Рузилә Ғибәҙәтова (Белорет районы), «Һәләтле һылыуҡай» - Вилия Баязитова (Балаҡатай районы), «Етди һылыуҡай» - Аделина Мөфтәхова (Балаҡатай районы), «Интернет гүзәле» - Лена Мөхәмәтова (Ҡыйғы районы).
IX Ҡатай ырыуы йәштәр йыйыны асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Мәсхүт Миңлеғәлин, хәкимиәт башлығы урынбаҫары Лилиә Мулланурова, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Флүрә Мурзина, Балаҡатай районының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Татьяна Ковалева, Белорет районының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ирек Иҫәнғужин, Билән ауыл советы биләмәһе башлығы Альберт Абдуллин, Сәрмән ауыл советы биләмәһе башлығы Лилиә Сибәғәтова һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бәйге IX Ҡатай ырыуы йәштәр йыйыны сиктәрендә ойошторолдо. Бәйге 16 йәштән 23 йәшкә тиклемге 19 ҡыҙ араһында барҙы.