Һарытау өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы белгестәре оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарында уйнау, традицион йәйәнән атыу, шәжәрә төҙөү, фольклор һәм халыҡ костюмдары тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Дәрестәрҙе мультиинструменталист, хореограф Рәис Низаметдинов, Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе, «Селтәр» башҡорт халыҡ кейемдәре студияһы етәксеһе Гөлгөнә Баймырҙина, традицион йәйәнән атыу буйынса тренер Лилиә Низаметдинова үткәрҙе. 70-тән ашыу бала йәйәнән атыу, ҡумыҙҙа, ҡурайҙа уйнау серҙәренә өйрәнде. Шулай уҡ 30 ҡатнашыусы түшелдерек, балар өсөн доғалыҡ эшләү буйынса практик күнекмәләр үтәне. Калинин ауылында балалар коллективы өсөн башҡорт бейеүе ҡуйылды. Һәр ҡатнашыусы урындағы фольклор менән танышып, тура эфирҙа «Һарытау башҡорттарының туй йолалары» исемле семинарҙа ҡатнашты. Һис шикһеҙ, һәр ҡатнашыусы үҙе өсөн күп теоретик һәм практик күнекмәләрҙән белем алды.
Иң өлкән ҡатнашыусыға - башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы Клара Валееваға 87 йәш, ә иң йәш ҡатнашыусыға 4 йәш.