Бөгөн республикала Башҡорт теленә арналған “Үлемһеҙ йырҙар” онлайн-фестивале башланды.
Унда 16 йәштән 65 йәшкә тиклемге башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар ҡатнаша ала. Бының өсөн 3 минутҡа тиклем видео яҙҙырып, уны социаль селтәргә #үлемһеҙйырҙар2020 хештегы менән һалырға кәрәк. Республика халыҡ ижады үҙәге аккаунттарын билдәләргә онотмағыҙ.
Фестивалгә йомғаҡтар 14 декабрҙә - Бшҡорт теле көнөндә яһаласаҡ.
Сараны ойоштороусылар – Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Мәҙәниәт министрлығы.