Бөгөн Уран башҡорт ырыуы вәкилдәре һәм тарихсы-ғалимдар Яңауыл районында йыйылды. Йыйын "Шәжәрә" Бөтә Рәсәй мәҙәни-ағартыу проекты сиктәрендә үтте. Төп сараларҙан тыш "Уран ырыуы тарихы биттәре" экскурсияһы һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе ойошторолдо. Урандар ҡунаҡтарҙы шәжәрәһе менән таныштырыуҙан башланы, ҡайһы берҙәренең шәжәрәһе 450 исемгә етә. Төрлө туҡыма, кейеҙ, ағас, таштан биҙәү-ҡулланма әйберҙәрен эшләү буйынса осталыҡ дәрестәре күрһәтелеп үтте. Ә театрлаштырылған тамаша ҡунаҡтарҙы ырыуҙың тарихы менән таныштырҙы. Билдәле булыуынса хәҙерге ваҡытта Уран ырыуы биләмәләре Яңауыл районының төньяҡ-көнбайыш яртыһында урынлашҡан, ә ҡалған өлөшөн Гәрә ырыуы башҡорттары биләй.
Сара барышында сығышы менән Яңауыл районынан булыусылар һәм Өфө ҡунаҡтары сығыш яһаны. Шулай уҡ, делегаттар үҙ Советын һайланы, герб һәм гимн ҡабул итте. Йыйында Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина ла ҡатнашты, ул башҡорт халҡының традицион кейеме хаҡында һөйләне. Ә Уран ырыуына хас түшелдерек эшләү буйынса "Тамға" халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы еңеүсеһе Гөлнара Шафиҡова оҫталыҡ дәресен үткәрҙе.
Уран ырыуының йәш вәкилдәре өсөн уйындар һәм ярыштар ойошторолдо, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында йәнһүрәттәр күрһәтелде. Шулай уҡ, башҡорт телендә "Нурбостан" анимация сериалының презентацияһы уҙҙы.