«Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталарының иң яҡшы эштәре күргәҙмәһе сиктәрендә 24 февраль 11:00 сәғәттә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында ир-егеттәрҙең баш кейемен тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе ойоштороласаҡ. Дәрестәрҙе «Тамға» Халыҡ-ара башҡорт милли костюмы оҫталары бәйгеһендә Гран-при яулаусы, «Мәргән уҡсы» ойошмаһы етәксеһе, реконструктор Юлай Ғәлиуллин үткәрәсәк.
Оҫталыҡ дәресе «Тамға» милли кейемдәр күргәҙмәһе сиктәрендә уҙғарыла. Проект милли костюмдың этник үҙенсәлегенә һәм хәҙерге мода тенденциялары менән бер рәттә килә алыуына иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Ҡатнашырға теләүселәрҙе 8 (347) 289-66-47 телефоны буйынса бәйләнешкә сығыуҙы һорайбыҙ.