Кисә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә — «Етегән» байрамында «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Балаларын илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләгән халҡыбыҙ тарихын һаҡлауға, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә тос өлөш индергән, милли кәсептәрҙе тергеҙгән, башҡаларҙы ла был эшкә йәлеп иткән, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған ғаиләләр Стәрлетамаҡ ҡалаһында бәйге тотто.
Конкурстың республика этабында ун ғаилә: Миәкәнән Ғәниевтәр, Салауат районынан Сәйетғәлиндәр, Өфө районы Шамонин ауылынан Мәхмүтовтар, Учалы районынан Үҙәнбаевтар, Хәйбулланан Суриндар, Саҡмағоштан Ильясовтар, Сибай ҡалаһынан Йәнбәковтар, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Ишмөхәмәтовтар, Өфөнән Шәһәрғазиндар ҡатнашты. Конкурсанттар «Ғаилә оҫталығы», «Ғаилә ҡиммәттәре» һәм «Ғаилә ижады» тигән өс номинацияла билдәләнде. Тәүге урындарға йөҙ, икенсегә илле, өсөнсө урынға утыҙ меңлек сертификаттар тапшырыла.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хатын еткереп һәм ғаиләләрҙе сәләмләп:
– Һеҙ милләтебеҙҙең рухиәтен, мәҙәниәтен, ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереүҙә ҙур өлөш индерәһегеҙ, – тип рәхмәт һүҙҙәре әйтеп үтте. – Был байрам Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған сара. Уны Стәрлетамаҡ ҡоролтайы тәҡдим иткәйне, был Республика конкурсына әүерелде, ә хәҙер уны асыҡ конкурс тип иғлан иткәс, республика кимәлендә генә түгел, башҡа өлкәләрҙән дә ҡатнашыусылар булғанына беҙ бик шатбыҙ. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһенән 33 кешелек ҙур ғаилә ҡатнашты. Артабан да был конкурсты үҫтереүгә ниәт бар, беренсе март башҡорт ғаиләһе көнө икәнен иҫбатлар өсөн, йылдан-йыл ҡатнашыусылар һанын да арттырырға кәрәктер. Башҡорттарҙың ғаилә көнө булыуы – беҙгә рух, көс өҫтәй, һәр бер ғаиләлә төрлө балалар бар, улар үҙҙәренең телен, мәҙәниәтен белеп үҫәсәктәр. Өлгөлө ғаиләләр булғанда беҙҙең милләттең киләсәге бар тигән һүҙ, – тип тә өҫтәп китте Эльвира Ринат ҡыҙы.
Шулай итеп, «Ғаилә оҫталығы» номинацияһында беренсе урынға лайыҡ булған өлгөлө ғаилә — Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан Суриндар, икенселә Салауат районы Урмансы ауылынан Сәйетғәлиндар, өсөнсө урын — Саҡмағош районынан Ильясовтар ғаиләһендә.
«Ғаилә ҡиммәттәре» номинацияһында тәүге урын Өфө районы Шамонино ауылынан Мәхмүтовтарҙа, икенсе урында Сибай ҡалаһынан Йәнбәковтар, өсөнсөлә — Миәкә районынан Ғәниевтар ғаиләһе.
«Ғаилә ижады» номинацияһында беренсе урында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан өлгөлө ғаилә Ишмөхәмәтовтар, икенсе урында Өфө ҡалаһынан Шәһәрғазиндар, өсөнсө урын — Учалы районы Уральск ҡасабаһында йәшәүсе Үҙәнбаевтарҙа.
Ырымбур өлкәһенән килгән иң татыу, иң күп балалы, иң өлгөлө Ғәли Ғәфиәт улы һәм Рәйсә Әхмәҙулла ҡыҙы Сарбаевтарҙың күркәм ғаиләһе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының махсус призы – заманса телевизор менән бүләкләнде.
Байрам сараһынан алған тәьҫораттары менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан “Ғаилә ижады” номинацияһында еңеүсе булған 100 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булған өлгөлө Ишмөхәмәтовтар ғаиләһе бүлешеп үтте:
– Был конкурс ысын мәғәнәһендә ғаилә байрамы булып тора. Барлыҡ ойоштороусоларға рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, еңеүебеҙгә һаман да ышанып булмай. Тыуған ҡаламда, театрымда ғаиләм менән сығыш яһау – минең өсөн ҙур мәртәбә, – тип тәҫьораттары менән бүлеште ғаилә башлығы Артур Ишмөхәмәтов. Атаһының һүҙҙәрен ҡеүәтләп ҡыҙы Әҙилә:
– Үҙемдең башҡорт тамырҙарымды өйрәнеп, әсәйем менән матур-матур селтәрҙәр тегеп, ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһау – минең өсөн ҡыуаныс, тағы ла ошондай конкурстарҙа ҡатнашҡым килә,а– тип үҙенең теләген белдерҙе.
Сара Башҡортостандың Мәҙәниәт минстрлығы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм уның Стәрлетамаҡ бүлексәһе, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте ҡатнашлығында ойошторолдо.
Мәғлүмәт сығанағы: www.kurultai.ru