Республика халыҡ ижады үҙәге «Шәжәрә» Бөтә Рәсәй мәҙәни-ағартыу проекты сиктәрендә Ханты-манси автономиялы округы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн шәжәрә төҙөү буйынса оҫталыҡ дәресен үткәрҙе. Уҡытыу Zoom платформаһында үткәрелде һәм 70-тән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең Халыҡ-ара һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлегенең баш методисты Ирек Әхмәҙиев сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, үҙәктәң эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙан башланы. Шәжәрәне дөрөҫ төҙөү, Башҡортостан Республикаһының милли архивы сығанаҡтары тураһында әңгәмә барҙы. Оҫталыҡ дәресе барышында Башархив.РФ. сайтының презентацияһы ла үтте.
Был осрашыуҙа Башҡортостан Милли архивының Ҡулъяҙмаларҙы файҙаланыу бүлеге начальнигы Зөлфәр Ғәтиәтуллин, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте рәйесе Марат Зөлҡәрнәев, крайҙы өйрәнеүсе, тәржемәсе "Хаят Исмаил" музыкаль төркөмө етәксеһе Альберт Исмаил ҡатнашты. Шулай уҡ крайҙы өйрәнеүсе Ханты-манси автономиялы округы белгесе Раил Хәсәнов үҙенең шәжәрәһе тураһында һөйләп үтте.
Ханты-манси автономиялы округының башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе, Башҡортостан Республиканың Халыҡтар дуҫлығы йортоноң баш белгесе Динә Бүләкова бар ойоштороусыларға, уҡытыу эшәтрен алып барыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Онлайн осрашыу аҙағында тыңлаусылар менән белгестәр үҙ-ара аралашып, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алып әңгәмә ҡорҙо. Ҡатнашыусылар бындай сараларҙың әһәмиәтен билдәләне һәм артабанғы осрашыуҙарға һәм оҙайлы хеҙмәттәшлеккә ышаныс белдерҙе.
Оҫталыҡ дәресе Ханты-Манси автономиялы округы-Югра башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ярҙамында үткәрелде.