«Шәжәрә» Бөтә Рәсәй мәҙәни-ағартыу проекты һәм Башҡортостан Республикаһында Башҡорт тарихы йылы сараһы сиктәрендә Ҡариҙел районы мәҙәниәт йортонда Унлар ырыуы йыйыны үтте. Ырыу вәкилдәре башлыса Башҡортостандың Ҡариҙел районында, Борай, Асҡын райондарында һәм Балтас районының ике-өс ауылында йәшәй. Был республикабыҙҙың төнъяҡ яғы. Күпселеге Унлар биләмәләре Өфө һәм Йүрүҙән йылғалары буйында урынлашҡан.
Съезд сиктәрендә Унлар ырыуы вәкилдәре ҡатнашлығында «Ата-бабалар мираҫы» халыҡ ижады төбәк семинары һәм фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Фәнни доклад менән шулай уҡ республикабыҙҙың баш ҡалаһы ҡунаҡтары сығыш яһаны. Төньяҡ башҡорттары фәнни-методик әсбаптары презентацияһын БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социологик һәм мәҙәни анализ үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов үткәрҙе. «Ҡариҙел районында Башҡорт тарихы йылына әҙерләнеү һәм үткәреү буйынса буйынса методик тәҡдимдәр» доклады менән Башҡорт дәүләт университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев сығыш яһаны. Ә тарихи фәндәр кандидаты Салауат Хәмиҙуллин Унлар нәҫеле тарихын һөйләп үтте.
Семинарҙа шулай уҡ Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлгенә Баймырҙина төньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ-көнсығыш башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының традицион кейеме тураһында сығыш яһаны. Рәсәй Дизайнерҙар союзы ағзаһы, ЮНЕСКО Рәссамдар союзы ағзаһы, Евразия «Этно Эрато» юғары милли кейем модаһы конкурсында Гран-при яулаған Александр Кирдякин хәҙерге башҡорт кейемдәрен нағышлау хаҡында һөйләп үтте.
Оҫтабикәләр, «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы лауреаттары Гөлнара Шафиҡова «Башҡорт милли күлдәктәре» темаһы буйынса, ә Ғәбиҙә Вәлиева алъяпкыс сигеү оҫталыҡ дәрестәрен үткәрҙе. Ә тамбур сигеү оҫталары Ғәйнетдинова Тәнзилә Мостафа ҡыҙы менән Ғиниәтуллина Регина Риф ҡыҙы (Мәсетле районы) тамбурлы сигеү дәрестәрен күрһәтте.
Сара барышында этнографик костюмдар һәм шәжәрә күргәҙмәһе лә эшләне. Шулай уҡ «Унлар ырыуы» йәмәғәт ойошмаһы советы, эмблемаһы һәм гимны һайланды. Киләһе съезд – Ҡаңлы ырыуы йыйынын үткәреү ҡаралған. Ул 26 февраль Бүздәк районында үтәсәк.
Ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы, Муниципаль район Бүздәк районы администрацияһы.