Бөгөн 18 март арҙаҡлы яҡташыбыҙ, филология фәндәре докторы, профессор, академик, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Бөрйән районының Почетлы гражданы, билдәле фольклорсы, тел белгесе, башҡорт халҡының бөйөк ир-азаматтарының береһе, күрә-күрә күсәм булып, һөйләй-һөйләй сәсән булған ысын тел оҫтаһы Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың яҡты иҫтәлегенә икенсе тапҡыр Бөрйән районы мәҙәниәт һарайында «Әхмәт әйтеше» сәсәндәр бәйгеһе конкурсы уҙғарылды.
Сараның мәртәбәһен арттырып, конкурсанттарға рух һәм дәрт өҫтәп, сәсәндәр бәйгеһендә Әхмәт Сөләймәновтың улы Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Йәмил Әхмәт улы Сөләймәнов та ҡатнашты.
Сараны асып район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Венера Вәлиева, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Клара Тләүбаева һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор белгесе Гөлгөнә Баймырҙина бәйге тотоусыларға уңыштар теләне.
Конкурста райондың төрлө ауылдарынан 38 сәсән ҡатнашып, һәр сығыш яһаусы тәүҙә эпос менән ҡобайыр һөйләһә, аҙаҡ улар «Әхмәт әйтешешендә» һүҙ тослоғонда ярышты.