Ырымбур өлкәһендә «Рәсәй милләтенең берҙәмлеген һәм халыҡтарҙың этномәҙәни үҫешен нығытыу» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының алдынғы белгестәренән оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.
Дәрестәр бер нисә йүнәлеш буйынса үткәрелде: башҡорт халыҡ бейеүҙәре, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары – ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнау, вокал дәрестәре, шәжәрә төҙөү, селтәр биҙәүестәре һәм традицион башҡорт кейемен эшләү.
Оҫталыҡ дәрестәре тамамланғас белгестәр һәм ҡатнашыусылар берҙәм «Ата-бабалар ауазы» тип исемләнгән отчет концертын дә халыҡҡа тәҡдим итте.
Дәрестәрҙе Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Ирек Әхмәҙиев; ҡуйыусы балетмейстер, республика, төбәк һәм халыҡ-ара конкурстары лауреаты Азамат Кәримов; Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, БР Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестрына нигеҙ һалыусы Рәмил Ғәйзуллин; халыҡ-ара конкурстары лауреаты, традицион халыҡ йырҙарын башҡарыусы, этник вокал өсөн көмөш миҙалға эйә булыусы Зилиә Бәхтиева; милли кейем реконструкторы, «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы лауреаты Гөлнара Шафиҡова; оҫта Рәйсә Ҡотлоәхмәтова; тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәтенең төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Марат Зөлҡәрнәев; Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы Милли архивы дәүләт ҡаҙна учреждениеһының бүлек начальнигы Азат Ярмуллин үткәрҙе.