VIII «Дуҫлыҡ бейеүе» республика балалар халыҡ хореография фестивале еңеүселәрҙе иғлан итте. Гала-концерт һәм бүләкләү тантанаһы Туймазы ҡалаһының «Родина» мәҙәниәт һарайында үтте.
Гран-приға Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Ҡояшҡай» халыҡ хореография театры-студияһы лайыҡ булды. Еңеүсегә 50 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. «Ҡояшҡай» театр-студияһы - Башҡортостан Республикаһының төп ижади коллективтарының береһе. Коллектив 1979 йылда ойошторолған. Уға БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тамара Битенева нигеҙ һалыусы, ә 1986 йылдан алып коллектив менән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Гүзәл һәм Роберт Ишмаковтар етәкселек итә.
Беренсе дәрәжә лауреаттары: 8-11 йәш категорияһында - Туймазы ҡалаһынан «Арлекино» балалар студияһы (етәксеһе Гөлназ Абсатарова). 12-14 йәштәге урта йәш категорияһында - Ғафури районының Красноусол ауылынан «Быҙыбыт» өлгөлө хореография ансамбле (Илшат Хәбибуллин) лайыҡ булды, ә өлкән йәштәгеләр категорияһында - 15 йәштән 17 йәшкә тиклем Туймазы ҡалаһынан «Сәфәр» өлгөлө хореография ансамбле яуланы (етәкселәре Әлфиә һәм Дамир Ибраһимовтар).
«Дуҫлыҡ бейеүе» быйыл тәүге тапҡыр пандемиянан һуң уҙғарылған ҙур сараларҙың береһе булды. Балалар ҡатнашлығында тулы масштаблы республика сараларын асыуыбыҙ икеләтә ҡыуаныслы», - тип билдәләне Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков.
«Ике көн дауамында Туймазы районы балалар халыҡ хореографияһы һәм балалар бейеү байрамы атмосфераһына сумды. Беҙҙең традицион республика сараһы 2007 йылдан Туймазы ерендә һигеҙенсе тапҡыр уҙғарыла», - тип һөйләне Туймазы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Подоприхин.
Шулай уҡ, фестиваль барышында хореография коллективтары етәкселәре өсөн ижади лаборатория ла ойошторолдо.
Билдәләп үтергә кәрәк, фестивалдә Башҡортостандың 14 районынан һәм 5 ҡалаһынан 700-ҙән ашыу бала ҡатнашты. Бөтәһе 30 хореография коллективы, уларҙың 8-11 йәшлектәр категорияһында - 8 коллектив, 12-14 йәшлектәр - 13 коллектив, 15-17 йәшлек - 9 коллектив.
Проект башҡорт, рус, татар, мари, украин, мордва, чечен, ҡалмыҡ, йәһүд, ҡаҙаҡ, молдаван бейеүҙәрен башҡарыусыларҙы бер сәхнәгә йыйҙы. Ҡатнашыусылар урындағы фольклор нигеҙендә һәм ирекле темаға ла бейеү оҫталығын күрһәтте.
Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Туймазы районы хакимиәте.