Үҙешмәкәр музыка коллективтары етәкселәре һәм ҡатнашыусылары өсөн тәғәйенләнгән семинарға ғаризалар ҡабул итеүен дауам итә. Шулай уҡ балалайкала, думбырала, ҡыл-ҡумыҙҙа, йатаған һәм башҡа халыҡ уйын ҡоралдарында уйнарға өйрәнергә теләгән фольклор һәм вокаль коллективтар ҡатнашыусыларын саҡырыла. Ғаризаны киләһе һылтанма буйынса тултырырға мөмкин: https://docs.google.com/forms/d/e/1FAIpQLSflVQflOPxetNhsolrKOsEw777HNThd7wUqXf8mNRCTQ9_dzA/viewform.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сара Өфөлә 29-30 апрель үтәсәк. Семинар программаһына музыка ҡоралдары менән бәйле төрлө темалар инә. Уҡытыуҙы музыкант-фольклорсы, мультиинструменталист, популяр «Иван Купала» төркөмө солисы, «Люди вольные» казак йыры ансамбле (Мәскәү ҡалаһы) етәксеһе Роман Ломов; «Мираҫ» фольклор йыр һәм бейеү ансамбле солисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Лира Ястребова; «Йатаған» этно төркөмө солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Аяз Нухов, «Йатаған» этно-төркөмө ойоштороусыһы һәм солисы Илдар Шакиров үткәрәсәк.
Тулыраҡ мәғлүмәт: 8(347)289-65-50.