Кисә Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда «Аманат» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең отчет концерты уҙҙы.
2019 йылда Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда ойошторолған коллектив үҙенең 2 йыл эсендә ижади уңыштарға өлгәште. Коллективтың репертуары яңы бейеүҙәр менән яңыртылды. Башҡорт халыҡ бейеүҙәре һәм донъя халыҡтары бейеүҙәре бар. Ике йыл эсендә Бөтә Рәсәй, республика, төбәк-ара конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә ҡатнашып, ҙур абруйлы мәҙәни проекттар лауреаттары булды. Етәкселәре - «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы Анфар Нурмөхәмәтов һәм халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Нәзифә Нурмөхәмәтова.
Байрам концертында коллектив репертуарынан иң яҡшы номерҙарын күрһәтте, башҡорт халыҡ бейеүҙәре һәм донъя халыҡтары бейеүҙәре менән сығыш яһаны, уларҙың һәр береһен тамашасы дәррәү алҡыштар менән ҡабул итте. Әйткәндәй, тамашасылар залда аҙ булманы, концерт тулы аншлаг менән үтте.
Коллективты ҡотларға Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков, Өфө ҡалаһы ҡала округының «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле директоры Байрас Ишбирҙин, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты директоры Илнур Сәлихов һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йорто мөдире Гөлсәсәк Зарипова килде. Улар етәкселәргә һәм коллективҡа яңы еңеүҙәр, ижади ҡаҙаныштар һәм уңыштар теләне. Артур Әлибәков үҙенең сығышында, киләсәктә матди базаны нығытыу, сығыштар өсөн яңы костюмдарҙы тегеү һәм реквизиттар һатып алыу күҙаллана, тип билдәләп үтте. Шулай уҡ, коллектив республикала бейеү ижадын үҫтереүгә өлөш индергәндәре өсөн Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
«Аманат» халыҡ бейеүҙәре ансамблен ҡотларға Өфөнөң популяр артистары һәм ижади коллективтары: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев, Иҙел Нурғәлин, ҡурайсы Айгиз Хашмов, «Мираҫ» фольклор йыр һәм бейеү ансамбле солистары һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының «Аҡйондоҙ» халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаны.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: концерт «Культура.РФ» порталында һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең Бәйләнештә төркөмөндә тура эфирҙа күрһәтелде.