Әбйәлил районында "Шәжәрә" Бөтә Рәсәй мәҙәни-ағартыу проекты сиктәрендә Урал аръяғы башҡорттарының "Ҡомартҡы" этник мәҙәниәт форумына йомғаҡ яһалды.
"Быуын сылбыры" конкурсы йомғаҡтары буйынса Гран-приға Асҡар ауылынан Гөлйөҙөм Ғөбәйҙуллина лайыҡ булды. Еңеүсегә 50 000 һумға ағас һатып алыуға сертификат тапшырылды. Беренсе урынды – Эльмира Өмөтбаева (Әбйәлил районы, Әлмөхәмәт ауылы), икенсе урынды - Инзирә Ишморатова (Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы), Рәшиҙә Абдуллина (Өфө ҡалаһы) яуланы. Өсөнсө урын - Гүзәл Билалова (Әбйәлил районы, Күсем ауылы), Зөлфирә Моратшина-Ҡарағужина (Әбйәлил районы, Күсем ауылы), Ләйсән Хажина-Насырйәнова (Әбйәлил районы, Тал-Ҡусҡар ауылы). "Өмөт" номинацияһында Нәркәс Фәйезова-Солтанова (Әбйәлил районы, Яңы Балапан ауылы) һәм Алһыу Таһирова (Әбйәлил районы, Әбделғәзе ауылы) еңде.
"Һуңғы йылдарҙа шәжәрәне өйрәнеүгә, милли мәҙәниәтте, йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе пропагандалауға, йәштәр араһында эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. "Ҡомартҡы" форумы тағы ла бер аҙым буласаҡ, тип ышанам. Форум төрлө йүнәлештәрҙе берләштерҙе: мәҙәниәт, фән, спорт һәм эшҡыуарлыҡ ", - тип билдәләне проект авторы Гөлгөнә Баймырҙина.
Форум сиктәрендә "Урал аръяғы башҡорттары" ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. БР Дәүләт ҡаҙна учреждениеһының документтарҙы файҙаланыу һәм баҫтырып сығарыу бүлеге начальнигы Зөлфәр Ғәтиәтуллин "Башҡортостан Республикаһының милли архивының генетик сығанаҡтары" доклады менән сығыш яһаны. Форумдың спикерҙары - эшҡыуар, сәйәхәтсе Денис Өмөтбаев; тарих фәндәре кандидаты, БР тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәтенең төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Марат Зөлҡәрнәев; филология фәндәре кандидаты, шағирә, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева; директор лесоперерабатывающего предприятия Ильсур Набиуллин; социология фәндәре кандидаты, этнолог Илгиз Солтанморатов; республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе, Гөлгөнә Баймырҙина; ҡымыҙ бешеүселәр буйынса эшҡыуар Айтуған Фәттәхов; эшҡыуар Илфат Төлкөбаев.
Форумда ҡатнашыусылар Әбйәлил буҙаһы, бишбармаҡ кеүек милли аш-һыу әҙерләү, кейеҙ баҫыу, шәл бәйләү, ағастан әйберҙәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Сараға килеүселәр өсөн биҙәү-ҡулланма ижады һәм милли аш-һыу күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторолдо.
Форумда 18-45 йәшлек йәштәр, ғаиләләр, ижади коллективтар, фольклорсылар, этнографтар, тарихсылар, күренекле мәҙәниәт һәм спорт эшмәкәрҙәре, Рәсәй төбәктәренән башҡорт диаспораһы вәкилдәре, традицион фольклорҙы өйрәнеүсе студенттар ҡатнашты.
Сара шәжәрә традицияларын һәм халыҡ ижады жанрҙарын, шул иҫәптән халыҡ һәм йолалар уйындарын, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен һәм кәсептәрҙе популярлаштырыуға һәм һаҡлауға йүнәлтелгән.