5 июндә Ағиҙел ҡалаһында "Ағиҙел тулҡындары" республика милли мәҙәниәте байрамы үтәсәк. Байрам республикабыҙҙа йәшәүсе халыҡтарҙы, уларҙың ижадын берләштерәсәк.
Программа иң яҡшы ижади коллективтарҙан, ансамблдәрҙән һәм төрлө жанр йүнәлештәре башҡарыусыларынан (бейеү, вокал, музыкаль, фольклор-этнография) формалашасаҡ. Ижади делегацияның ҡатнашыусылар һаны һәм йәше сикләнмәгән.
Әлеге фестиваль сиктәрендә күләмле саралар: милли аш-һыу, халыҡ кәсептәре һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләрен ойоштороу ҡаралған.
Байрамда һәр ҡатнашыусы диплом һәм сувенирҙар менән бүләкләнәсәк.
"Ағиҙел тулҡындары " беренсе республика байрамы 2001 йылда уҙғарылды. Проект Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының халыҡ ижады, музыка, йыр һәм бейеү сәнғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштарын популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
Ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы хакимиәте.