Рәсәй төбәктәрендә башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә халыҡ ижады буйынса оҫталыҡ дәрестәре дауам итә. Ошо көндәрҙә Һарытау өлкәһендә ҡурай һәм ҡумыҙ музыка ҡоралдарында уйнау һәм бейеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре тамамланды.
Теоретик һәм практик дәрестәрҙе ҡурайсы Алмаз Ғарипов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңлеғәфүр Зәйнетдинов һәм ҡуйыусы балетмейстер Азамат Кәримов үткәрҙе.
Сара «Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм Рәсәй халыҡтарын этномәҙәни үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә үтте.