Бөгөн Өфөлә балалар башҡорт милли кейемен әҙерләү буйынса ижади лаборатория уҙҙы, унда Башҡортостан Республикаһының һәм Пермь крайының 24 муниципаль берәмегенән 70-кә яҡын кеше ҡатнашты.
«Ижади лабораторияның төп маҡсаттарының береһе - «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталарының конкурсына әҙерлек. Балалар милли костюмы үҙенең үҙенсәлекле һәм шулай уҡ төбәк үҙенсәлектәренә эйә һәм беҙҙең оҫталарыбыҙға быны күрһәтеү, һөйләү беҙҙең маҡсат булып тора. Мәҫәлән, балалар костюмында йә камзулда, йә түбәтәйҙә бетеүҙең булыуы өлкәндәрҙең кейеменән айырып тора», - тип билдәләп үтте проекттың координаторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлгөнә Баймырҙина.
Ҡатнашыусыларҙы Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары Альбина Юлдашбаева һәм БР Милли музейы генераль директоры урынбаҫары Ләйсән Йомағужина сәләмләне.
Ҡатнашыусылар алдында реконструктор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Юлай Ғәлиуллин, оҫтабикә һәм «Сихәт» ижади оҫтаханаһы етәксеһе Алһыу Кинйәбаева һәм оҫтабикә һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәрүәр Аслаева сығыш яһаны.
Сара сиктәрендә Башҡортостан Милли музейының этнографик залы буйлап экскурсия ойошторолдо.
Сара ойоштороусылары булып Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Башҡортостан Республикаһының Милли музейы сығыш яһаны.