Бөгөн, 10 сентябрҙә, Өфөлә Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы Рәмил Килмәмәтовтың тыуған көнөнә арналған мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтте. Был көндө Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт эшмәкәренә 72 йәш тулыр ине.
«Рәмил Исмәғил улы һәр беребеҙҙә тәрән хәтирәләр ҡалдырҙы. Ул һәр ваҡыт ваҡиғалар солғанышында булды, республикабыҙҙың, тәбиғәттең, кешеләрҙең матурлығын фотоға төшөрөп өлгөрҙө. Ул күп кенә республика конкурстары, шул иҫәптән «Башҡортостан. Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт» халыҡ-ара акцияһын башлап ебәрҙе. Уның фотоэштәре республикала, Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә ҡуйылды», - тип билдәләп үтте асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығының социомәҙәни эшмәкәрлек бүлеге баш белгесе-эксперты Земфира Ярмуллина.
Ҡатнашыусыларҙы Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева сәләмләне. Ул үҙ сығышында Рәмил Килмәмәтовтың 45 йыл мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәнен, шуларҙың 40 йылын Республика халыҡ ижады үҙәгендә эшләгәнен билдәләп үтте.
Уның башланғысы менән Башҡортостан хаҡында бөтә донъя таныны һәм бөгөнгө көндә әле лә уның проекттары дауам итә.
«Рәмил Исмәғил улы үҙенсәлекле, һәләтле, ижади кеше булды. Уның янында һәр ваҡыт айырым мөхит барлыҡҡа килде, кешеләр уға тартылды. Моғайын да, шунлыҡтан ул тормошонда күп нәмәгә өлгәшкәндер», - тип билдәләне Р.И.Килмәтовтың тормош иптәше Лариса Александровна.
Мемориаль таҡтаташ 2004-2019 йылдарҙа Рәмил Исмәғил улы ғаиләһе менән йәшәгән йортҡа урынлаштырылды: Ибраһимов бульвары, 46. Авторы - Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы Илдус Закиров.
Уны асыу тантанаһында БР Беренсе президентының беренсе матбуғат секретары Сергей Семенов, Өфө ҡалаһы ҡала округы Совет районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рәхмәтуллин, Благовар районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Марат Йосопов, билдәле фоторәссам Рәиф Бадыков, шағир һәм яҙыусы Марсель Сәлимов, коллегалары, дуҫтары, Рәмил Исмәғил улының туғандары ҡатнашты.
Р.И. Килмәмәтов - Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың иң сағыу фоторәссамдарының береһе. Уның ижады - башҡорт фотосәнғәтендә үҙенсәлекле дәүер.
Ул илебеҙҙә Фоторәссамдар союзының ойоштороусыларының береһе, БР Фоторәссамдар союзын ойоштороусыһы һәм етәксеһе (1992-2004 йылдар) һәм 2019 йылдың апреленә тиклем Рәсәйҙең Фоторәссамдар союзы секретары булды. «Ағиҙел» республика кинофотоклубын ойоштороусы һәм алмаштырғыһыҙ етәксеһе (1976-2019 йылдар) булды. Уның ижади ҡаҙаныштары күп һанлы наградалар менән билдәләнде.