Өфөлә Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттарын Берҙәм реестрға индереү буйынса эксперт советының VIII ултырышы уҙҙы.
Ултырыш эшендә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының социомәҙәни эшмәкәрлек бүлеге начальнигы Ирек Иманғәлин, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева и ғалим-тикшеренеүселәр, фольклорсылар, сәнғәт белгестәре, этнографтар, тарихсылар һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
Эксперт советы төбәк һәм федераль реестрға инеүгә дәғүә иткән 7 объектты ҡараны:
- Башҡортостандың Баҡалы районы крәшендәренең традицион музыкаль фольклоры;
- Башҡорт йолаһы: бүре ауыҙынан үткәреү;
- Башҡорт туй йолаһы: сеңләү;
- Башҡортостан ерлегендә йәшәүсе белорус халҡының традицион фольклоры;
- Милли көрәш: Ҡурған башҡорттары ҡатын-ҡыҙҙары араһында үткән көрәш;
- Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районында үткәрелгән "Ылаҡ" ат-спорт уйыны;
- Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Садовка ауылы "Вастома" мордва фольклор-этнографик ансамбле.
Ултырыш һөҙөмтәләре буйынса бөтә 7 объект төбәк һәм федераль реестрға тәҡдим ителде.