16 октябрҙә Ырымбурҙа сәсәндәр клубын асыу тантанаһы үтте. Сарала Ырымбур өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы, Дондағы Ростов һәм Мәскәү шағирҙары-импровизаторҙары ҡатнашты.
«Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады бай һәм төрлө. Әммә башҡорт халыҡ ижадында ғына сәсән-импровизаторҙар, сәсәндәр ижады бар. Уларҙың эшмәкәрлегенең эксклюзив үҙенсәлеге шунда: башҡорт сәсәндәре борондан халыҡ хәтерендә бик күп тарихи ваҡиғаларҙы, эпик ҡобайырҙы, оҙон халыҡ йырҙарҙы һаҡлап, күп быуаттар буйына сәсәндәр ижады һаҡлап алып килә,» - тип билдәләп үттеләр.
Сара барышында филология фәндәре докторы, Башҡортостандың халыҡ сәсәне Розалиә Солтангәрәева «Башҡорт сәсәне: шәхес, тәғәйенләнеш, ижад үҙенсәлектәре һәм заманса ысынбарлыҡ» темаһына сығыш яһаны. Шулай уҡ башҡорт сәсәнлек мәктәбен ҡабаттан тергеҙеү,сәсәндәр ижадына һөйөү тәрбиәләү мәсьәләләрен Башҡортостан Республикаһы Сәсәндәр үҙәге директоры, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева ҡуҙғатты.