Уҙған көндәрҙә халыҡ ижадын үҫтереүгә өлөш индергән өсөн «Душа России» премияһы лауреаттары билдәле булды.
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2021 йылдың 17 декабрендәге 3671-се бойороғо менән башҡорт эпостарын башҡарыусы, халыҡ сәсәне, Ғафури районының «Мәҙәниәт бүлеге» муниципаль бюджет учреждениеһының халыҡ театры режиссеры Илһам Байбулдин халыҡ ижадын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «Душа России» премияһы менән бүләкләнде.
«Душа России» премияһы 2006 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары менән булдырылған. Күп йыллыҡ хеҙмәт һәм халыҡ традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендә һөҙөмтәле эшләгән, халыҡ музыкаһы, халыҡ йыры, халыҡ бейеүе, традицион халыҡ мәҙәниәте, халыҡ оҫтаһы кеүек 5 номинация буйынса күренекле ижади ҡаҙаныштар өсөн тапшырыла.
Был йылдар эсендә 200-ҙән ашыу фольклор, вокал һәм хореография ансамблдәре, халыҡ хорҙары, йыр һәм бейеү ансамблдәре, оркестрҙар һәм халыҡ инструменттары ансамблдәре етәкселәре, ижади коллективтар, үҙенсәлекле башҡарыусылар, халыҡ сәсәндәре, биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары - Рәсәйҙең халыҡ ижадын бөтә төрлөлөгөндә һаҡлап ҡалыусы һәм үҫтереүсе профессионалдар лауреат исемен алды.