Башҡорт радиоһы һәм телевидениеһы ҙур юғалтыу кисерҙе. Кисә кис билдәле диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың йөрәге тибеүҙән туҡтаны.
Республика халыҡ ижады үҙәге мәрхүмдең ҡапыл вафат булыуы сәбәпле ғаиләһенең, туғандарының, яҡындарының, дуҫтарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Әхәт Мотаһар улының яҡты иҫтәлеге радио тыңлаусылар, телевизор ҡараусылар һәм коллегаларының хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр!