Эль Сальвадор
Тростниковая флейта - Эль Сальвадор

Көпшәнән флейта

Көпшәнән флейта – вибро-тынлы музыка ҡоралы. Был флейта шәкәр йәки ҡамыш көпшәһенән эшләнә. Көпшәлә 6 түңәрәк тишек, ә мундштук эргәһенә етенсе шаҡмаҡ тишек уйыла. Оҫта үҙ теләге менән флейтаның формаһын һәм оҙонлоғон яраштыра. Күп осраҡта, ҡорал күңел асыу маҡсатында ҡулланыла. Музыка белгесе Мария де Баратт әйтеүенсә, Эль Сальвадор халҡының ижади булмыштары тәбиғәттән килә. Улар үҙҙәрен Ер-әсә, тау-урмандар менән бәйләй, һәм был бәйләнеш күп музыкаль элементтар тыуҙыра. Шуның өсөн дә көпшә флейта кешенең эске торошон һәм кәйефен сағылдыра. Бөтә халыҡ берләшмәләренең үҙҙәренең традиция һәм ғөрүф-ғәҙҙәттәренә хас булған моңо бар.

Эль Сальвадор