Болгария
Гадулка - Болгария

Гадулка

Гадулка – Болғар халҡының традицион һыҙғыслы инструменты. «Гудулка», «гдулка» атамалары менән оҡшаш. Тәүҙә ҡорал исеме болғар телендә «тауышланыу, сеңләү, гөжләү» һүҙҙәрен аңлатҡан. Гадулка – болғар фольклор инструменттары ансамблендә мотлаҡ ҡулланыла торған ҡорал. Йыш ҡына был музыка ҡоралы көйө аҫтына бейеү башҡарыла. Ғәҙәттә, өс, ә скрипкасы Минчо Минчев уйлап сығарған ҡоралда дүрт-биш төп ҡыл бар. Унан тыш музыка яңғырауын тулыландырыу өсөн төп ҡылдары аҫтында 16 өҫтәмә ҡыл урынлашҡан. Был өҫтәмә ҡылдарҙы легендар музыкант Минчо Неделяков уйлап сығарған. Төп ҡылдар яңғырашы музыкант бармаҡтары арҡаһында ишетелә, әммә ҡоралдың гриф өлөшөнә ҡағылмай.

Болгария