Мәскәүҙә «Күп Төрлө Башҡортостан» халыҡ ижады аҙналығында үҙенсәлекле ваҡиға - башҡорт халыҡ-ара диктантын яҙыу үтте. Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар башҡорт телендә яҙа белеүҙәрен урында тикшерҙе. Башҡортостнаға арналған стендта диктант яҙыусылар өсөн майҙансыҡ әҙерләнде. Был сарала ҡатнашыусылар диктантҡа онлайн ҡушылды.
Быйыл сараны ойоштороусылар диктант өсөн бер нисә айырым тематика һайланы. Текстар патриотизмға, йәш быуынға, ғаилә ҡиммәттәренә һәм халыҡтың бай йолаларына арналғайны. Бындай ҡараш диктанта ҡатнашыусыларҙың белемен генә тикшереп ҡалмай, ә уларға мөһим ижтимағи ҡиммәттәрҙе өйрәнеүгә һәм аңлауға илһам бирә.
«Күп Төрлө Башҡортостан» халыҡ ижады аҙналығында башҡорт теленән диктант яҙыу мөмкинселеге беҙҙең өсөн мөһим ваҡиғаға әүерелде. Башҡортостандан алыҫ булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, был сара барыбыҙҙы ла берләштерҙе. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һәр кем, ҡайҙа ғына булһа ла, онлайн сараға ҡушыла ала. Ҡатнашыусылар башҡорт телен белеүҙәрен күрһәтеп кенә ҡалмай, халыҡтың тарихы, йолалары һәм ҡиммәттәре хаҡында күберәк белә», - тип һөйләне республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Салауат Кирәев. Ул да бөгөн Мәскәүҙә диктант яҙыуға ҡушылды.
Ғәҙәт буйынса, сараны ойоштороусылар, диктантың төрлө ҡатмарлылыҡ кимәлен күҙ уңында тота. Быйылғы йылда ла шул иҫәптән диктант өс кимәлгә буленде: башланғыс кимәл, башҡорт телендә иркен арашыусылар кимәле, шулай уҡ башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын белгәндәр өсөн махсус кимәл булдырылды.