«Башҡорт аты» төбәктә йылҡысылыҡ өлкәһендәге иң ҙур ғилми-ағартыу һәм мәҙәни-спорт сараһы булараҡ танылды. Граф күле янындағы майҙанда Рәсәй, Беларусь, Үзбәкстан Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Һиндостан, Пакистан, Гаити республикаһы, Мысыр, Камерун, Гана, Нигерия вәкилдәрен йыйҙы.
Байрамдың тантаналы өлөшөн Башҡортостандың ижади коллективтарының театрлаштырылған тамашаһы һәм джигитовка элементтары менән ат шоуы асты. Байрамды ат парады дауам итте, унда 500-ҙән ашыу һыбайлы ҡатнашты.
Байрам программаһы сиктәрендә ат-спорт ярышы, «Ылаҡ», «Ауҙарыш» милли уйындары, тоҡомло аттар күргәҙмәһе, «Ҡымыҙфест» республика ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы уҙҙы. Шулай уҡ башҡорт тоҡомло аттарҙы һәм республиканың ат спорты мәктәптәрен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә ойошторолдо.
Сара барышында «Оҫталар ҡалаһы» ауыл хужалығы етештереүселәре халыҡ кәсептәре әйберҙәре күргәҙмә-йәрминкәһе эшләне. Экспозицияла 40-ҡа яҡын оҫтаның ҡул эштәре ҡуйылғайны. Улар араһында Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бишбүләк, Бөрйән, Ғафури, Йылайыр, Илеш, Ишембай, Миәкә, Учалы, Өфө райондары, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалалары, Һамар өлкәһе, Пермь крайы һәм Силәбе өлкәһе оҫталары булды.
«Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттар фестивале балаларға мауыҡтырғыс балалар зонаһы тәҡдим итте, унда балалар башҡорт мәҙәниәте һәм йолалары менән таныша алды. «Милли уйындар» интерактив майҙансығында балалар «Аҡ тирәк, Күк тирәк», «Йәшерәм яулыҡ», «Сүлмәк һуғыу», «Тоҡта йүгереү» «Көйәнтә менән йүгереү» кеүек традицион башҡорт уйындарында көс һынаны.
Фестиваль башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының ҙур концерты менән тамамланды. Унда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары Тимур Рамазанов һәм Зилиә Бәхтиева, «Рафстайл» профессиональ барабансылар коллективы, «Зәйнетдин» шоу-проекты, «Бишбармаҡ» оркестры, Nail Bashstyle һәм башҡалар сығыш яһаны.