Өфөлә IХ халыҡ-ара «Урал-батыр» башҡорт халыҡ эпосын башҡарыусыларҙың һәм йәш сәсәндәрҙең конкурсы үтте.

Өфөлә Башҡортостан социаль технологиялар инситутында IХ халыҡ-ара «Урал-батыр» башҡорт халыҡ эпосын башҡарыусыларҙың һәм йәш сәсәндәрҙең конкурсы үтте. Быйыл халыҡ эпосы 42 телдә яңғыраны. Бәйгегә Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан, Рәсәй төбәктәренән һәм төрлө илдәрҙән 500-ҙән ашыу ҡатнашыусы йыйылды. Сит илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән ҡатнашыусылар онлайн режимында сығыш яһай алдылар. Башҡортостан Республикаһы исеменән Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай, Ишембай, Баймаҡ ҡалалары, шулай уҡ Архангел, Баймаҡ, Бөрйән, Бүздәк, Ғафури, Дәүләкән, Кушнаренко һ. б. райондарынан мәктәп һәм колледж уҡыусылары, юғары уҡыу йорттары студенттары сығыш яһаны. 

Номинациялар иҫәбендә — эпосты ятлау ғына түгел, ә «Урал-батыр» һәм донъялағы башҡа халыҡтарҙың эпостары геройҙары йөрөгән урындар буйлап презентация, «Урал-батыр» эпосы эмблемаһының һүрәтен тәҡдим иттеләр.

Бүләкләү тантанаһында Республика халыҡ ижады үҙәгенең әйҙәүсе методисы Илгиз Солтанморатов ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Ул шулай уҡ республиканың халыҡ ижадын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса үткәрелгән эштәр тураһында һөйләне.

Бәйгенең төп маҡсаты — «Урал-батыр» эпосын өйрәнеү һәм популярлаштырыу; башҡорт халҡының һәм республикалағы башҡа халыҡтарҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү; йәштәрҙә илһөйәрлек һәм гражданлыҡ сифаттары, әхлаҡи-этик ҡиммәттәр һәм әүҙем тормош позицияһы тәрбиәләү, уларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү. Конкурсты ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты, республиканың Мәҙәниәт һәм Мәғариф министрлыҡтары булышлығында Башҡортостан социаль технологиялар институты. 

Өфөлә IХ халыҡ-ара «Урал-батыр» башҡорт халыҡ эпосын башҡарыусыларҙың һәм йәш сәсәндәрҙең конкурсы үтте.

Башҡалар яңылыҡтар