Ағиҙелдә «Һыбайлылар» исемле ҙур мурал эше тамамланды

Хәҙер урам сәнғәтенең был сағыу һүрәте Студенттар урамындағы ун ҡатлы йорт фасадын биҙәй. Был арт-объект, 14 Рәсәй Федерацияһы субъектынан талантлы рәссамдарҙы берләштергән алтынсы «ФормАРТ» урам сәнғәте фестиваленең һайлап алыу туры йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһынан иң яҡшы эше булды.

 

Мурал өҫтөндәге эштәр ике аҙна дауам итте һәм рәссам Кирилл Ильин өсөн ысын ижади һынау булды – был уның унынсы ҡат бейеклегендә башҡарған тәүге проекты. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, автор үҙ эше менән төп идеяны еткереүгә, республиканың тарихи хәтеренең мөһим өлөшөн сағылдырыуға өлгәшкән.

 

Муралдың үҙәк образы – легендар генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре. Был һыбайлылар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡаһарманлыҡ, ватансылыҡ һәм халыҡтар берҙәмлеге символына әүерелде. Был эштең айырым әһәмиәтенә, 112-се дивизия геройҙарының береһе - Советтар Союзы Геройы Абдулла Фәйзрахман улы Шағиевтең һуғыштан һуң Ағиҙел ҡалаһында йәшәгәнлеге факты ла өҫтәй. Уның образы урындағы халыҡты илһамландыра һәм ата-бабалар батырлығы хәтере аша быуындар бәйләнешен нығыта.

 

Августа «ФормART - 2025» фестиваленең төбәк еңеүселәре араһында онлайн-тауыш биреү үтәсәк. Еңеүселәр исемдәре Киров ҡалаһында йомғаҡлау тантанаһында иғлан ителәсәк. Төп номинациялар буйынса тәүге өс урынды яулаусылар артабанғы ижади үҫеш өсөн 100-ҙән 200 мең һумға тиклем гранттар аласаҡ.

 

Фотолар: Ильяс Ғимаев.

 

formartpfo #formart #artfestpfo #streetartfest

Ағиҙелдә «Һыбайлылар» исемле ҙур мурал эше тамамланды

Башҡалар яңылыҡтар