Бөгөн, 24 июндә, Өфөнөң Совет майҙанында III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын асыу тантанаһы сиктәрендә фестиваль гимнының презентацияһы үтте. Был әҫәр тәүге тапҡыр Өфө ҡалаһы балалар сәнғәт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәренән торған 200 кешелек ҡушма хор башҡарыуында яңғыраны.
Музыкаһының да, һүҙҙәренең дә авторҙары - Башҡортостан Республикаһының билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре : композитор - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ришат Сәғитов, шағирә - Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Ольга Мусина.
Гимн унлаған төбәкте, меңләгән һәләтле баланы һәм уникаль фольклор традицияларын берләштергән байрамдың - III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының музыкаль символы һәм лейтмотивы булып китергә тейеш.
Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында 23-тән 27 июнгә тиклем Башҡортостан Республикаһында үткән халыҡ ижадының масштаблы балалар форумы илдең 78 төбәгенән килгән 85 ижади коллективтан 1000-дән ашыу һәләтле баланы берләштерҙе. Өфөлә Фольклориада өсөн махсус гимн булдырыу уның юғары статусын һәм Рәсәйҙә балалар фольклор хәрәкәтен үҫтереү өсөн әһәмиәтен асыҡлай.
Фото: Эдуард Зарипов, Рамил Нафиҡов.

