Өфөлә балалар сәнғәт мәктәптәре базаһында башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау буйынса мастер-кластар үтте. Был дәрестәр Ҡурай байрамына һәм күренекле ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған Төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция программаһының мөһим өлөшөнә әйләнде. Ағартыу саралары «Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни үҫеше» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Майҙансыҡтарҙың береһе Әҙһәм Исҡужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе булды, унда ҡурайҙа уйнау буйынса дәресте Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Дәүләт ҡурайсылар ансамбле солисы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының традицион музыкаль башҡарыу кафедраһы доценты Венер Елкибаев үткәрҙе. Йәш ҡурайсылар менән шәхси эшкә айырым иғтибар бүленде: теләүселәр үҙҙәренең башҡарыуын күрһәтә, ебәрелгән хаталарҙы анализлай алды һәм оҫталыҡтарын камиллаштырырға ярҙам итәсәк профессиональ кәңәштәр алды. Мастер-класта ҡатнашыусылар араһында Ханты-Манси автономиялы округы – Югранан, Силәбе өлкәһенән һәм Пермь крайынан килгән ҡунаҡтар ҙа булды. Улар ҡурай менән танышыу тарихтары менән уртаҡлашты, ижади юлдарының башланыуы хаҡында һөйләне һәм башлап йөрөүсе музыканттарға үҙ тәжрибәләренә нигеҙләнгән ҡиммәтле кәңәштәр бирҙе.
Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбенең концерт залында думбырала уйнау буйынса ҡыҙыҡлы дәрес үтте. Мастер-класты Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, РБ-ның Милли халыҡ инструменттары оркестры солисы һәм Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы Гүзәл Үмәрғәлина үткәрҙе. Мәктәптең йәш тәрбиәләнеүселәре был үҙенсәлекле ҡыллы ҡоралда уйнау нигеҙҙәрен ҙур ҡыуаныс һәм ихлас ҡыҙыҡһыныу менән үҙләштерҙе. Педагог балалар менән думбыраның тауыш сығарыу серҙәре менән уртаҡлашты һәм халыҡ көйҙәрен башҡарыу нескәлектәрен ентекле аңлатты, ә балалар дәресте иғтибар менән тыңланы һәм әүҙем һорауҙар бирҙе.
Тамашасылар алдында сығыш яһап, Гүзәл Үмәрғәлина бай музыкаль традицияларҙы үҫеп килеүсе быуынға тапшырыуҙың мөһимлеген билдәләне: «Башҡорт халыҡ ҡоралдарын һаҡлау һәм популяризациялау бик мөһим». Бындай ағартыу сараларының уҡыусыларҙың профессиональ һәм ижади үҫеше өсөн юғары әһәмиәтен өлкән ҡатнашыусылар ҙа билдәләне һәм үткәрелгән дәрестәре өсөн педагогка рәхмәт белдерҙе.
7-се балалар музыка мәктәбендә ғәҙәти булмаған дәрестәр үтте, унда уҡыусыларға һәм ҡунаҡтарға башҡорт халыҡ ҡоралы булған ҡыл ҡумыҙҙың серҙәрен астылар, уның яңғырашын бер нәмә менән дә бутар мөмкин түгел. Дәресте Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының традицион музыкаль башҡарыу һәм этномузыкология кафедраһы уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы Милли халыҡ инструменттары оркестры солисы Ольга Аминәева үткәрҙе. Йәш музыканттар ҡоралдың тарихына сумды, ә Ольга Сергеевна уйнауҙың уникаль техникаһын асыҡ күрһәтте. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар ысын башҡорт көйҙәрен ишетеп кенә ҡалманылар, ә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы ла бирә алдылар.
Бер үк ваҡытта өс Өфө музыкаль белем биреү учреждениеһында мастер-кластар үткәреү тәжрибә уртаҡлашыу өсөн мөһим майҙансыҡ булды. Бындай осрашыуҙар йәш башҡарыусыларға үҙ мөмкинлектәрен асырға ярҙам итә, традицион музыкаль сәнғәтте артабан өйрәнеүгә илһам бирә һәм Рәсәй халыҡтарының уникаль мәҙәни кодын һаҡлауға булышлыҡ итә.

